-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
29 Апрель , 09:30

Ә һин янғын һүндереүсе була алыр инеңме?

30 апрель – Янғын һүндереүселәр көнө Урамда, мәктәптә, башҡа урындарҙа беҙ «01», «101», «112» номеры яҙылған алтаҡталарҙы күрәбеҙ, сиренаһын ҡабыҙып, ҡала йә ауыл урамдары буйлап елдергән сағыу ҡыҙыл машиналарҙы осратабыҙ. Күнегеп бөткәнбеҙ, хатта янғын һүндереүселәрҙең ни тиклем хәүефле эш башҡарғаны, ниндәй яуаплылыҡ йөкмәгәне тураһында иҫкә лә алмайбыҙ. Янғын һүндереүсе –  профессия ғына түгел, ә күңелең фарманын тыңлап, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйыуға әҙерлек талап иткән хеҙмәткә баш көллө сумыу ул. Ә һин янғын һүндереүсе була алыр инеңме?

Ә һин янғын һүндереүсе була алыр инеңме?
Ә һин янғын һүндереүсе була алыр инеңме?

Кемдәр ул янғын һүндереүселәр?

Янғын һүндереүселәр — ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында иң алғы һыҙыҡта эш итеүсе һөнәр эйәләре. Уларҙың бурысы — утты һүндереү генә түгел, ә ғүмерҙәрҙе, ҡоролмаларҙы, мөлкәтте ҡотҡарыу, һәләкәттәрҙе иҫкәртеү. Башҡалар хәүефле урындан тиҙерәк йырағайырға тырышҡанда, янғын һүндереүселәр уның уртаһына ашыға.  

Әммә ут менән көрәшеүселәрҙең эше хәүеф сигналы яңғырағанға тиклем үк башлана. Улар даими күнекмәләр үтә, теләһә ҡайһы хәлгә әҙер булыу өсөн яңы технологиялар һәм ысулдарҙы өйрәнә. Һәләкәт ваҡытында һәр секунд ҡәҙерле, кемдәрҙеңдер ғүмере  уларҙың етеҙлегенә, оҫталығына, тәүәккәллегенә бәйле булыуы мөмкин. 

Ни өсөн уларҙың эшмәкәрлеге мөһим?

Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу

Ут йортто, офисты, күп кешеле бинаны, урманды ялмап алһа, янғын һүндереүселәр бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарырға ташлана. Улар үҙҙәренең ғүмере, һаулығы тураһында уйламай, уларҙың төп маҡсаты — ут эсендәгеләрҙе ҡотҡарыу.

Мөлкәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау

Ут тотош кварталды, заводты, урманды, хатта тотош ауылды йә ҡаланы юҡ итә ала. Нәҡ янғын һүндереүселәр уттың юлын быуа, уның таралыуына юл ҡуймай.   

Экстремаль шарттарҙа профессионаллек

Янғын һүндереүсенең эше даими стресс, эҫелек, хәүеф менән бәйле.  Быларҙың бөтәһенә ҡаршы торорлоҡ уникаль оҫталыҡҡа эйә ул янғын һүндереүселәр.

Иҫкәртеү һәм өйрәтеү

Янғын һүндереүселәр утты йүгәнләп кенә ҡалмай, беҙҙе лә ут менән һаҡ булырға өйрәтә. Улар мәктәптәрҙә әңгәмәләр үткәрә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлата, ут сығып китһә, нимә эшләргә икәнен өйрәтә.  Уларҙың тырышлығы һәм уяулығы арҡаһында бик күп ҡазалар беҙҙе урап үтә.

Рәхмәт һеҙгә!

Янғын һүндереүселәр  — беҙҙе һаҡлау өсөн көн һайын ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән ҡаһармандар бит ул. Бәлә-ҡаза булмағанда уларҙың эшен күрә һалып та бармайбыҙ. Әммә һәләкәтле хәлгә тарығанда ғына уларҙың эше ни тиклем әһәмиәтле икәнен аңлайбыҙ.

Бөгөн ошо посты уҡығанда ҡыйыу янғын һүндереүселәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.  Юлығыҙҙа осраһалар, уларға рәхмәт әйтегеҙ. Осрамаһалар, күңелегеҙҙән генә булһа ла рәхмәтле булыуығыҙҙы һөйләгеҙ.  

⚠️ Онотмағыҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк.  Иғтибарлы булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ – янғын һүндереүселәребеҙгә эш кәмеһен. Йышыраҡ янғын һүндереү часында ултырһалар, тимәк, тормошобоҙ тыныс.

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусылары янғын һүндереү темаһына эшләгән һүрәттәр файҙаланылды.

 

Ә һин янғын һүндереүсе була алыр инеңме?
Ә һин янғын һүндереүсе була алыр инеңме?
Ә һин янғын һүндереүсе була алыр инеңме?
Ә һин янғын һүндереүсе була алыр инеңме?
Ә һин янғын һүндереүсе була алыр инеңме?
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: