-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

“Атайсал. Беҙҙекеләр!”

Бәләкәй саҡта уҡ  “беҙҙеке бит ул” тип ғорурланырлыҡ бала булырға мөмкин. Үҫеш өсөн мөмкинлектәр шул тиклем күп – ҡуллан, һәләттәреңде ас, башҡаларҙы һоҡландыр. Хәйер, башҡаларҙы һоҡландырырға тырышыу насар түгел, тик үҙмаҡсатҡа әйләнмәһен. Кеше маҡтаһын тип кенә эшләгән эштең йәне булмай ул. “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы телевидение һәм интернет ресурстары өсөн төрлө жанрлы тапшырыуҙар эшләп кенә ҡалмай, ә балаларҙы медиакиңлектә эшләргә лә өйрәтә.  “Атайсал” проектының  бөгөнгө “Ватан көсө” форумында “Атайсал. Беҙҙекеләр!” тигән секцияның эше оҫталыҡ дәресенән торҙо. Ул “Тамыр” телеканалында медиа эшмәкәре булырға өйрәнеп йөрөгән балалар өсөн  һәм шул балаларҙың ҡатнашлығында әҙерләнгән.  

“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”

“Беҙҙекеләр!” секцияһының эшен “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина менән телеканалдың баш режиссеры, “ТЭФИ-Регион” премияһы лауреаты Әҙилә Һөнәрғолова алып барҙы.   Дәрестең темаһы – “Социаль ролик”.  Уның авторы – Әҙилә Һөнәрғолова.

Тәүҙә балалар “Тамыр” телеканалында сыҡҡан тетрәткес роликты ҡараны. Роликтың йөкмәткеһе былай: күңелле генә итеп ҡыҙыҡай менән һөйләшеп торған бер үҫмер эргәһенә ҡара кейемле, ҡоҙғон башлы бер кеше килеп наркотик һуҙа. Әгәр ул уны алһа... Үҫмерҙең күҙ алдынан ҡот осҡос бәйлелек кадрҙары үтте. Уның киләсәге юҡҡа сығыр ине. Үҫмер тормошто һайланы.

Ҡыҫҡа ғына социаль роликтар ҙур тәрбиәүи көскә эйә. Ижадҡа тартылған балалар ошондай роликтарҙы үҙҙәре төшөрә ала. Ә нисек эшләргә – быныһын тәжрибәле белгес Әҙилә Фәнил ҡыҙы ентекләп аңлатты.

Социаль ролик төшөрөүҙең бер нисә этабы бар. Быларҙың бөтәһе тураһында һөйләгәс, Әҙилә Фәнил ҡыҙы балаларға синопсис яҙыу буйынса эш бирҙе. 10-15 минутта улар Бөйөк Ватан һуғышына арналасаҡ социаль роликтың синопсисын, йәғни ҡыҫҡаса йөкмәткеһен уҡып ишеттерергә тейеш.

Балалар бик әүҙем булып сыҡты. Үҙ синопсисын уҡырға теләүселәр хатта сиратҡа теҙелде. Төрлө райондарҙан йыйылған улар. Белорет, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Нуриман, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Дүртөйлө, Ғафури һәм башҡа райондарҙан килгән медиаөйрәнсектәр һәр ҡайһыһы үҙ синопсисын уҡыны. Хәйер, был өйрәнсектәрҙең күбеһе үҙ мәктәбендә (гимназияһында, лицейында) ойошторолған медиаселтәрҙә эшләй, ҡайһыларының әҙме-күпме тәжрибәһе лә бар.

Әҙилә Фәнил ҡыҙы идеяларҙы әрәм итмәҫкә, мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәңәш бирҙе: “Идеяңды ғәмәлгә ашырмаһаң, ул китә һәм башҡа һиңә килмәй”. Бына шулай: идеяңды, ижади фекереңде үпкәләтһәң, ул һинең яҡҡа башҡа әйләнеп тә ҡарамауы бар.

Балалар секция эшендә ижадҡа дәртләнде, рухланды! Кем белә, бәлки, ошо залда бөтә илдә, хатта донъяла билдәлелек аласаҡ буласаҡ режиссерҙар, сценаристар, операторҙар барҙыр.

Балалар менән шөғөлләнгән етәкселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Етәксеһеҙ эш барып сыҡмаҫ ине.

Фотоларҙа:

Секцияны алып барыусылар Гөлназ Ҡолһарина һәм Әҙилә Һөнәрғолова.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Бала саҡ планетаһы» телеижад студияһы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең етәксеһе Фазылов Рәсил Камил улы менән синопсис яҙыу өҫтөндә эшләй.

Секцияла ҡатнашыусылар үҙҙәре төҙөгән синопсис менән таныштыра.

Ә. АҠБУТИНА.

“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
“Атайсал. Беҙҙекеләр!”
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: