-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Дипломдамы бәхет?

Ата-әсәләр балаһын берәй вузға тығырға тырышып тора. Кем булып сығыуы мөһим түгел, иң мөһиме – дипломы булһын. Шулай түгелме ни? Уларҙы аңлап була: нисек тә ҡәҙерле балаһының киләсәген ҡайғыртырға тырышалар бит. Бәлки, берәй арыу ғына урынға барып эләгер, карьера баҫҡыстары буйлап үрләй башлар. Дипломың булмаһа, үрләрһең бына, үрләмәй ҙә ни! Шулай тип тырыштыралар инде.

Дипломдамы бәхет?
Дипломдамы бәхет?

Ә аҡса һауырға әҙер торған йүнселдәр, вуз өҫтөнә вуз асып, халыҡҡа  юғары белем биреүҙе кәсепкә әйләндереп алды. Шул арҡала хәҙер дипломлы юристар, иҡтисадсылар, менеджерҙар быуа быуырлыҡ, ә инженерҙар, һәр төрлө технологтар етешмәй. Хеҙмәт баҙарын иҫәпкә алмау иҡтисадтың торошона янай.

Дәүләт Думаһы был хәлгә сик ҡуйырға булған: университеттарҙа һәм институттарҙа түләүле урындар һанын көйләү тураһында закон ҡабул иткән. Бынан ары ундай специальностарға күпме кеше алыуҙы властар хәл итәсәк. Гуманитар вуздарҙа һәм факультеттарҙа урындар бик ныҡ кәмер тип көтөлә. Технарҙарға иһә бөтә юлдар асыҡ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: