Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинаның беренсе компонентын – 852 меңдән ашыу, икенсе компонентын иһә 545,8 меңгә яҡын кеше алған. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған тәүлектә генә 22 меңдән күберәк кеше прививка яһатҡан.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә коронавирустан дүрт вакцина бар: «Спутник V», «Спутник Лайт», «Эпиваккорона» һәм «Ковивак».
Коронавирусҡа ҡаршы «Спутник V» вакцинаһын клиник тикшереүҙең аныҡ һөҙөмтәләре быйыл октябрь аҙағында билдәле була.
Илебеҙҙең башҡа вакциналары буйынса клиник тикшереү мәғлүмәттәре 2021 йылдың аҙағына, 2022 йылдың башына әҙер булыр тип көтөлә.