-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
14 Март 2022, 10:32

«ҮҘЕГЕҘГƏ ИЗГЕЛЕКТƏН БАШҠАНЫ ҺОРАМАҒЫҘ, СӨНКИ ҺЕҘҘЕҢ ҺҮҘҘƏРЕГЕҘҘƏН ҺУҢ ФƏРЕШТƏЛƏР «ƏМИН!» ТИП ƏЙТƏ».

"ӘЛ-МӘҒҮН" ("ВАҠ-ТӨЙӘК") СҮРӘҺЕМәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән!(Эй Пәйғәмбәр) Хөкөм көнөн ялғанға һанаусыны күргәнең бармы?Ул – етемде янынан ҡыуыусы һәм меҫкенде ашатырға саҡырмаусы.Ҡайғы (шундай) намаҙ уҡыусыларға – намаҙҙарына вайымһыҙ булыусыларға (үҙҙәренең изге эштәрен) рыяланып ҡылыусыларға һәм хатта ваҡ-төйәк нәмә (биреп тороуҙан да) баш тартыусыларға!

«ҮҘЕГЕҘГƏ ИЗГЕЛЕКТƏН БАШҠАНЫ ҺОРАМАҒЫҘ, СӨНКИ ҺЕҘҘЕҢ ҺҮҘҘƏРЕГЕҘҘƏН ҺУҢ ФƏРЕШТƏЛƏР «ƏМИН!» ТИП ƏЙТƏ».
«ҮҘЕГЕҘГƏ ИЗГЕЛЕКТƏН БАШҠАНЫ ҺОРАМАҒЫҘ, СӨНКИ ҺЕҘҘЕҢ ҺҮҘҘƏРЕГЕҘҘƏН ҺУҢ ФƏРЕШТƏЛƏР «ƏМИН!» ТИП ƏЙТƏ».

"ӘЛ-МӘҒҮН" ("ВАҠ-ТӨЙӘК") СҮРӘҺЕ

Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән!
✨(Эй Пәйғәмбәр) Хөкөм көнөн ялғанға һанаусыны күргәнең бармы?
✨Ул – етемде янынан ҡыуыусы һәм меҫкенде ашатырға саҡырмаусы.
✨Ҡайғы (шундай) намаҙ уҡыусыларға – намаҙҙарына вайымһыҙ булыусыларға (үҙҙәренең изге эштәрен) рыяланып ҡылыусыларға һәм хатта ваҡ-төйәк нәмә (биреп тороуҙан да) баш тартыусыларға!

✨(Эй Пәйғәмбәр) Хөкөм көнөн ялғанға һанаусыны күргәнең бармы?✨
Йәғни, Ахирәтте, Хөкөм көнөндә буласаҡ хисап менән түләүҙе танырға теләмәгән кеше хаҡында белгең киләме, тип һорай Аллаһ Тәғәлә Пәйғәмбәренән ﷺ.

✨Ул – етемде янынан ҡыуыусы һәм меҫкенде ашатырға саҡырмаусы✨.
Ахирәттә ҡайтанан терелеү һәм бөтә эштәргә түләү буласағын инҡар иткән һәм Аллаһ илселәренең хаҡлығына ышанмаған кешеләр хаҡында уйланып ҡарайыҡ әле. Үҙҙәренең рәхимһеҙлеге арҡаһында улар етемдәрҙе янынан ҡыуа һәм уларға мәрхәмәт күрһәтмәй. Улар Аллаһтың әжерен алырға өмөт итмәй һәм Уның ҡаты язаһынан ҡурҡмай. Шулай уҡ, улар меҫкендәрҙе ашатырға саҡырмай һәм, әлбиттә, быны үҙҙәре лә эшләмәй.

✨Ҡайғы (шундай) намаҙ уҡыусыларға – намаҙҙарына вайымһыҙ булыусыларға,✨
Артабан Аллаһ намаҙ уҡыған, ләкин намаҙҙарына ҡарата вайымһыҙ булған кешеләр хаҡында әйтеп китә. Ундайҙар үҙ намаҙҙарын юҡҡа сығара, сөнки уларҙы йә ваҡытында уҡымайҙар, йә намаҙҙың фарыздарын үтәмәйҙәр. Аллаһтың әмерҙәренә ҡарата булған вайымһыҙлыҡтан килә был, юғиһә улар иң мөһим ғибәҙәт булған намаҙҙы юҡҡа сығарыуға юл ҡуймаҫ ине. Нәҡ шуға күрә лә бындай кешеләр шелтәгә лайыҡ.
Ә инде намаҙ ваҡытында киткән хаталарға килгәндә, һәр кешенең дә хата ебәреүе мөмкин.

✨(үҙҙәренең изге эштәрен) рыяланып ҡылыусыларға һәм хатта ваҡ-төйәк нәмә (биреп тороуҙан да) баш тартыусыларға!✨
Намаҙҙарына вайымһыҙ булғандарҙың йөрәге рыялыҡҡа бирелеүсән. Изге эштәрен улар кеше алдында маҡтаныр өсөн, кеше күрһен, тип ҡылырға ярата.
Уларҙың тағы ла бер һыҙаты – улар кешеләргә хатта ваҡ-төйәк нәмә булһа ла биреп тороуҙан баш тарта. Уларҙан хатта биҙрә йәки балта алып торормон тимә. Ә инде ниндәйҙер ҡиммәткә эйә булған әйберҙәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.

💎 Был сүрәлә Аллаһ Тәғәлә мосолмандарҙы етемдәр менән меҫкендәрҙе ашатырға, башҡаларҙы ла шуға өндәргә, намаҙға етди ҡарарға, Аллаһҡа ҡарата ихлас булырға саҡыра. Раббыбыҙ шулай уҡ изгелек ҡылырға, башҡаларға һауыт-һаба, биҙрә, китаптар һәм башҡа шуның кеүек нәмәләрҙе биреп тороу менән генә булһа ла ярҙам итергә илһамландыра. Ә изгелек ҡылырға һаранланған һәр кеше иһә, үрҙәге аяттарҙан күренеүенсә, иң ҡаты шелтәгә лайыҡ.

"Ваҡыт!"

Автор:Һауа төркөмөнән
Читайте нас: