-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
16 Ғинуар 2024, 09:05

Балаларыбыҙ иманлы булһын!

Намаҙҙың тәртибен, ҡыҫҡа сүрәләрҙе, доғаларҙы өйрәнһәм дә, бер нисә йыл буйы көнөнә биш тапҡыр ғибәҙәт ҡылырға ихтыяр көсөм етмәне. Һәр саҡ аҡланырға сәбәп табылып ҡына торҙо. Шулай ҙа тормош юлындағы төрлө шарттар аныҡ ҡарар ҡылыр көндө яҡынайт­ҡандан-яҡынайтты.

Балаларыбыҙ иманлы булһын!
Балаларыбыҙ иманлы булһын!

Намаҙҙың тәртибен, ҡыҫҡа сүрәләрҙе, доғаларҙы өйрәнһәм дә, бер нисә йыл буйы көнөнә биш тапҡыр ғибәҙәт ҡылырға ихтыяр көсөм етмәне. Һәр саҡ аҡланырға сәбәп табылып ҡына торҙо. Шулай ҙа тормош юлындағы төрлө шарттар аныҡ ҡарар ҡылыр көндө яҡынайт­ҡандан-яҡынайтты.
Барлыҡ туғандарыбыҙ­ға, яҡындарыбыҙға иҫән­лек-һаулыҡтан тыш ныҡ­лы тәүфиҡ, иман насип итеүен, балаларыбыҙҙың да намаҙ уҡыусылар рәтендә булыуын һорайым Раббыбыҙҙан. Тәүҙә быға ышанысым ҙур түгел ине, сөнки баш ҡала янында йәшәйбеҙ, бөтөн ерҙә лә тиерлек урыҫ телендә аралашырға тура килә, динде күптәр йылына ике-өс мәртәбә генә иҫенә төшөрә... Шулай ҙа бер мәл ҡатыным “Әл-Фатиха”ны туҡымаға сигеү менән мәшғүл булып китте, уның янында ултырып, урыҫса транскрипцияһын уҡып, өлкән улым ошо сүрәне ятлап алды. Ҡустыһы ла эйәрҙе ағаһына, шунан икәүләп аяттарҙы, ҡыҫҡа сүрәләрҙе ярышып тигәндәй өйрәнделәр. Ислам тураһындағы китаптарҙы мауығып уҡыйҙар. Хәҙер инде минән күберәкте беләләр, әлхәмдүлилләһ.
Бер йәйҙә Өфөлә Ҡөрьән уҡыусы балалар араһында конкурс була тип ишетеп ҡайттым. Өйҙә өлкән малайҙың ҡылын тартҡылап ҡарайым. “Барам!” — тине ул, йөҙө кинәт яҡтырып. Бәләкәйе ҡала буламы — уныһы ла әҙерләнә башланы. Тик үҙем уйға баттым: ҡатнаштыра­лармы беҙҙе конкурс­та, юҡмы?
Мәктәпкә йыйынғанда оҙаҡ уятырға тура килһә лә, балалар конкурсҡа бараһы көндө үҙҙәре торҙо. Иркенләп йөрөп әҙерләндек тә, сүрәләрҙе йәнә берҙе ҡабатлап алып, баш ҡалаға ҡуҙғалдыҡ. Бик яҡшы ҡаршыланылар, ҡатнаштырҙылар. Өс сәғәт буйы теплоходта алып йөрөнөләр, шунда ойошторолдо һынау. Аҙаҡ еңеүселәр тәбрикләнде, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
— Атай, ниңә беҙгә бер нәмә лә юҡ? — тип һораны кинйә улым, ҡайтырға сыҡҡас. Мин ни тиергә белмәй торғанда ағаһы яуапланы:
— Теплоходта йөрөү бүләк түгелме һиңә? Етмәһә, Аллаһ Тәғәлә сауаптарын бирәсәк. Киләһе йыл ҡатнашыу өсөн ярыштың тәртибен дә белдек. Аллаһ бойорһа, икенсе йыл беҙ ҙә еңеүсе булырбыҙ!
Их, ошондай ҡараш балаларымдың аңында ғүмер буйы йәшәһә ине, тип теләйем. Дини тәрбиәне бит бер ниндәй мираҫ та алмаштыра алмай.

Даян Мәжитов,
“Бәрәкәт” журналының баш мөхәррире.

Балаларыбыҙ иманлы булһын!
Балаларыбыҙ иманлы булһын!
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас