-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
3 Сентябрь , 13:10

Бысраҡ ҡолаҡсындың зыяны ниҙә

Ҡолағығыҙ ауыртһа йә шешһә, ғәйепте иң элек ҡолаҡсындан эҙләгеҙ. Уларҙа 120 меңләп төр микроорганизм йәшәүе ихтимал. 

Бысраҡ ҡолаҡсындың зыяны ниҙә
Бысраҡ ҡолаҡсындың зыяны ниҙә

Ҡолаҡсында бактериялар, бәшмәктәр үрсей. Бер сәғәт ҡолаҡсын кейеп ултырһаң, ҡолаҡтағы бактериялар һаны 700 тапҡырға арта.

Өҫтәүенә, ҡолаҡсын ҡолаҡтағы борма-борма юлдарҙан сайырҙы сығармай. Шул арҡала сайыр тағы ла күберәк яһала, эскә һауаны үткәрмәй. Шунан ҡолаҡ эсе елһенеп, шешеп китергә мөмкин. Ҡолаҡсынды дезинфекциялап тормағанда ҡолаҡта отит, сайыр тығыны барлыҡҡа килә.

Бөтә төр гарнитураны, гаджеттарҙы таҙа тотоғоҙ, тейешенсә эшкәртеп, һөртөп тороғоҙ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: