

Кисә кис Баймаҡ районында 16 йәшлек үҫмер аҙашҡан. Ул Иҫке Сибай ауылына Магниттан өләсәһенә килгән булған. Кисләтеп кенә йөрөп киләм тип сығып китә лә юғала.
Үҫмер Айсыуаҡ тауы эргәһенә барып сыға, юлды юғалты ят урында ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡала. Шунан туғандарына шылтырата, ә улар ҡотҡарыусыларға хәбәр итә.
МЧС-сылар малайҙы тиҙ таба һәм өйөнә ҡайтарып ҡуя.
***
Ят урында яңғыҙ йөрөмәү хәйерле. Бигерәк тә төнгә ҡарай.
Артабанғы поста – урманға барыу ҡағиҙәләре. Һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәмәһәң, урман бик мәкерле урынға әйләнә. Ул өлкәндәрҙе лә һә тигәнсе аҙаштырып ҡуйыусан.
Фото: БР буйынса МЧС дәүләт комитеты / матбуғат хеҙмәте/Башинформ.