

УРМАНДА, ҠЫРҘА
Урманға, ят ялан-ҡырға барыу ҡағиҙәләре:
- Балалар урманға өлкәндәр менән генә барырға тейеш. Үҙҙәре генә барһа, ағас араһына инеү менән аҙашыу бер ни тормай. Өлкәндәргә урманда аҙашмаҫҡа тормош тәжрибәһе, таныш урманды яҡшы белеүе ярҙам итә.
- Урманға йыйынһаң, сағыу кейем кейеү яҡшы. Ағастар йәшеллеге эсендә башҡалар һине кейемеңдән күрерлек булһын. Яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар беркетергә мөмкин.
- Өлкәндәрҙән ҡалышырға, ситләшергә ярамай. Урманда йөрөгәндә бер-береңде күҙҙән юғалтмау хәйерле.
- Урманда таныш булмаған еләктәрҙе, бәшмәктәрҙе, үҫемлектәрҙе ауыҙға алыу тыйыла. Урманда ағыулы нәмәләр күп.
- Урманда йыландар, талпандар, саға-тешләй торған бөжәктәр булғанын онотмағыҙ.
- Урманда өлкәндәрҙән башҡа усаҡ яғырға ярамай, янғын сығыуы ихтимал.
- Ағас, ҡыуаҡ ботаҡтарын һындырып, сәскәләрҙе өҙөп, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен йә ҡош ояларын туҙҙырып йөрөгән балалар тәбиғәткә ҙур зыян килтерә.
- Ҡош балаһы тапһағыҙ, уға теймәгеҙ – ҡырағай ҡоштарҙа йоғошло ауырыуҙар осрай. Инәһе яҡында булһа, һөжүм итеүе, суҡыуы, талауы бар; урман ҡошо урманға яҡшы.
- Урманда ныҡ шаулау, ҡысҡырыу, музыканы көслө итеп тоҡандырыу килешмәй.
- Әммә аҙашҡан йә өлкәндәрҙе күҙҙән юғалтҡан осраҡта ҡысҡырып саҡырырға һәм торған урыныңдан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк. Өлкәндәр баланы килгән юлдан эҙләп йөрөйәсәк бит.
Яңғыҙ йөрөмәҫкә тигән тыйыуҙы тыңламайынса урманға бер үҙең барып аҙашһаң, нимә эшләргә?
- Туҡтап, тирә-яҡты ҡараштыр, яҡын-тирәлә кеше тауыштары, эт өргәне, поезд йә машина үткәне ишетелмәйме икәнен тыңлап тор һәм тауыштар ишетелгән яҡҡа атла.
- Телефоның үҙең менән булһа, 112 номерына ҡотҡарыусыларға шылтырат һәм ҡайҙа икәнеңде, ниндәй кейемдә булыуыңды хәбәр ит.
Һүрәт: magnific.