-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бүләккә – юлбарыҫты еңә торған эттәр

Төньяҡ Корея Башлығы Ким Чен Ын РФ Президенты Путинға бүләк иткән эттәрҙе күрҙегеҙме? Күрҙегеҙме тигәс тә, фотоһын ғына инде, тереләй түгел. Бигерәк матурҙар.

Бүләккә – юлбарыҫты еңә торған эттәр
Бүләккә – юлбарыҫты еңә торған эттәр

Корея Халыҡ-Демократик Республикаһында сығарылған, шунда ғына үрсетелгән тоҡом икән. Пхунсан тип атала. Төньяҡ Кореяның Пхунсан тигән таулы бер өлкәһенән таралғанға шуның исемен тоҡомға ҡушҡан да ҡуйғандар.

Корей риүәйәттәре пхунсандарҙы бүре тоҡомонан сыҡҡан тип аңлата. Был эттәрҙең йөндәре ҡуйы, күберәген аҡ төҫтә. Кәүҙәгә ҙур түгел, ауырлығы 20-30 кг була.  Тоҡом һунар итеүгә тәғәйенләнгән. Бик көслө, таҫыллы, бик  сыҙамлы һәм түҙемле, өйрәтеүгә бирелә торған был эттәр хужаһына иҫ киткес тоғро була. Ҡорбанын эләктерһә, хужаһы килгәнсе сәғәттәр буйы ебәрмәй тотоп тора, тип яҙалар. Эре йыртҡыстарҙы аулауға шәптәр. 100 килограмлы ҡабанды, 200 килограмлы айыуҙы, 300 килограмлы  юлбарыҫты ыһ та итмәй үлтерә ти пхунсан.  Амур юлбарыҫын еңгән пхунсан тураһында хикәйәт тә бар икән.

Тоҡом 1956 йылда Төньяҡ Кореяның милли хазинаһы тип иғлан ителгән.

Һүрәттә:  бына ул Рәсәйгә китә торған пхунсандар.

Фотоның  сығанағы: KCNA

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: