-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яһалма аң - аҡыллы кешенең ҡоралы!

Замандан артта ҡалмағыҙ!!!

Яһалма аң - аҡыллы кешенең ҡоралы!
Яһалма аң - аҡыллы кешенең ҡоралы!

Рәсәй Хөкүмәте фәнде, технологияларҙы үҫ­тереү буйынса киләсәккә ҙур-ҙур пландар ҡора. Бөтә донъя шул юлдан барғас, артта ҡалыу һәләкәткә тиң. 2030 йылға Рәсәйҙәге ойош­ма-предприятиеларҙың 95 проценты яһалма аҡыл менән эш итер, тип көтөлә.
Ул эштәрҙә тап һеҙгә, әлеге мәктәп уҡыусыларына, ҡатнашырға тура килер. Президент В. Путин әйтмешләй, донъяла яһалма аңдың үҫешен туҡтатыу мөмкин түгел, тимәк, был йүнәлештә алға сығырға кәрәк.
Һөнәр һайлағанда яңылыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, киләсәк һөнәрҙәрен өйрәнегеҙ, көсөгөҙҙө, белем-һәләттәрегеҙҙе самалағыҙ.
2030 йылға ил иҡтисады өсөн йыл һайын 15,5 мең ЯА белгесе әҙерләп сығарыу ҡарала.

Ниндәй тармаҡтар көтәсәк һеҙҙе?
Яһалма аң һәм машинаны уҡытыу
Яһалма аң (ЯА) һаҡлыҡ һаҡлауҙан башлап транспорт тармағына тиклем төрлө өлкәләргә әүҙем индерелә. Шунлыҡтан яһалма аңлы сис­темаларҙы эшләй, көйләй, уларға идара итә алған кешеләр кәрәк. Бындай белгестәр программа яҙа, бирелмәләрҙе анализлай һәм статистика менән эш итә белергә тейеш.
Экологтар һәм тотороҡло үҫеш
Климат үҙгәреү, тәбиғәт ресурстарының әҙәйеү арҡаһында бизнес экология талаптарына яраҡлашырға мәжбүр буласаҡ. Тәбиғәткә йоғонтоно кәметеү маҡсатында предприятиелар экологтарҙың, тотороҡло үҫеш эксперттарының һәм «йәшел» технологиялар буйынса консультанттарҙың хеҙмәттәренә мохтаж буласаҡ.
Киберхәүефһеҙлек
Цифрлаштырыу үҫеү арҡаһында киберһөжүм­дәр хәүефе лә арта барасаҡ. Киберхәүефһеҙлек бел­гестәре ойошмаларҙың, ҡулланыусыларҙың мәғлү­мәттәрен һаҡлау менән шөғөлләнәсәк. Был тармаҡ белгестәре селтәрҙәр технологиялары, криптография, мәғлүмәт хәүефһеҙлегенең хоҡуҡи аспекттары өлкәләрендә бик белемле булырға тейеш.
Психология һәм менталь сәләмәтлек
Менталь сәләмәтлекте һаҡлауға еңел ҡараш заманы үтеп бара. Психологтар, психотерапевтар һәм менталь сәләмәтлек буйынса консультанттар йәмғиәттә мөһим урын аласаҡ, кешеләргә стрестарҙан, көндәлек ығы-зығы килтергән ҡатмарлыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Робот техникаһы
Роботтар ауыл хужалығынан башлап медицинаға тиклем күп тармаҡтарҙа ҡулланыла. Автоматлаштырылған системаларҙы проектлау һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән белгестәр хеҙмәт баҙарында бик юғары баһаланасаҡ. Механика, электроника һәм программа яҙыу өлкәләрендәге белемдәр улар өсөн төп ҡорал буласаҡ.
Биотехнологиялар
Биотехнология йылдам үҫә, медицинала һәм ауыл хужалығында яңы мөмкинлектәр аса. Киләсәктә биотехнологтар ауырыуҙарға бирешмәүсән культураларҙы сығарыу һәм ауырыуҙарҙан дауалау өсөн кәрәкле инновацион ысулдар эшләү менән шөғөлләнәсәк. Был профессия биологияла, химияла һәм генетикала төплө белемле булыу шартын ҡуясаҡ.

Киләсәк профессиялары юғары әҙерлек кимә­лен, һығымлалы булыуҙы, бөтә ғүмер буйы уҡыуҙы талап итәсәк. Технологиялар көндән-көн камиллашҡан, бөтә нәмә йылдам үҙгәреп торған заманда баһалы кадр булыу өсөн яңылыҡтарҙан бер ҡарышҡа ла ҡалышмаҫҡа тура киләсәк. Ҡеүәтле «блат» ярҙамында түгел, ә үҙ көсөң, үҙ белемең, үҙ тырышлығың менән уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге көсәйәсәк.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас