+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Атайым иҫтәлегенә

Эй, был ғүмер! Аҡҡан һыуҙай, иҫкән елдәй,үтә лә китә икән.Күҙ асып йомғансы!.. Мин үҙемдең атайым тураһында яҙам,әсәйемдең,ағайым-апайым һөйләүе буйынса ғына,сөнки атайым яҡты донъяны ташлап киткәндә миңә өс кенә йәш булған. Атайымдың исеме Адик Радис улы,36 йәшендә генә мәрхүм булған.Быйыл уңа 47йәш тулыр ине.

Атайым иҫтәлегенә
Атайым иҫтәлегенә
Атайым бик яҡшы,кешелекле ,ярҙамсыл булған.Ул эске эштәр бүлеге
янында район-ара ведомстванан тыш һаҡ етәксеһе булып
эшләне.Тырышлығы менән майор дәрәжәһенә барып еткән,бик күп маҡтау
ҡағыҙҙары,миҙалдары бар.Эшенә бик яуаплы ҡараған.Ҡыҫҡа ғына ғүмере
эсендә ҙур танылыу яулаған минең атайым.Бөтәһе лә хөрмәт
иткән,яратҡан.Әсәйем Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән беҙгә өс балаға ғүмер
биргәндәр.
Беҙ Алмас ағайым, Наҙгөл апайым,әсәйем йыл һайын атайым,
Шәмсетдинов Адик иҫтәлегенә арналған футбол ярыштары үткәреп торабыҙ.
Быйыл да 10-сы тапҡыр футбол турниры үткәрҙек.Еләк һатҡан аҡсаға
грамоталар,кубок һатып алдыҡ.Шулай уҡ спонсорҙарға Зөбәржәт һәм Далис
Шәмсетдиновтар,Эльмира Сәғертдин ҡыҙына ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Салауат районының шәп футболсылары үҙ көстәрен һынап ҡайталар. Иҙрис
ауылынан килгән футболсылар еңеп,кубокты алып ҡайтып киттеләр,2-се
урында беҙ-Әлкә егеттәре,3-сө урынды Юлай командаһы алды.Беҙ
атайымдың башҡарған эштәре алдында баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ
ғорурланабыҙ!
Атайымдың исемен йөрәк түренә һалып,тиҫтә йылдар һаҡлап,көс-дәрт
алып ғүмер итәбеҙ.Изге рухың бөгөнгө көндә лә батырлыҡтарға,яҡшы
эштәргә әйҙәй.
Инсаф Шәмсетдинов Әлкә урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы
Автор:Инсаф Шәмсетдинов
Читайте нас: