+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
2 Август 2022, 10:36

Яҡты киләсәк, уңыштар һиңә, Гөлназ!

Мәктәп үҙ алдынғылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Уҡыуҙы тамамлағас та тыуған мәктәбе улар тураһында матур хәтирәләр һаҡлай.. Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбенең ана шундай тырыш, һәләтле уҡыусыларының береһе Гөлназ Марат ҡыҙы Биргәнова быйыл 11-се класты тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алды.  

Яҡты киләсәк, уңыштар һиңә, Гөлназ!
Яҡты киләсәк, уңыштар һиңә, Гөлназ!
Ныҡ уңған, изге күңелле, намыҫлы, һәләтле, ижади күңелле, матур һыҙаттары
менән мәктәбендә уҡытыусылары, класташтары, дуҫтары ихтирамын яулаусы 
Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы Биргәнова Гөлназ Марат ҡыҙы һәр эштә лә
алдынғы һыҙыҡта булыуы менән һәр кемде һоҡландырҙы.
Уҡыусыһы уңыштарында мәктәптең дә, уҡытыусыһының да хеҙмәт
ҡаҙаныштары, мәртәбәһе арта ғына. Гөлназ был тәңгәлдә гел алдынғылар
рәтендә булды. Баланың уңыштарында , үҫешендә, әлбиттә, уның ғаиләһе, ата-
әсәһе лә, матур мөхит тә бик ҙур роль уйнай. Иң беренсе нәүбәттә, йылы ғаилә
мөхите Гөлназға бәләкәйҙән һәләттәрен асырға ярҙам итте. Район, республика,
Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй күләмендә үткәрелгән ижади конкурстарҙа,
фестивалдәрҙә, предмет олимпиадаларында һәр ваҡыт еңеүҙәр яулаусы
Гөлназдың портфолиоһы еңеүсе диплом, маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттар
менән тулы.
Гөлназ уҡыуҙан тыш үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Айырыуса
башҡорт ,урыҫ теле һәм әҙәбиәтенә өҫтөнлөк бирә. Был турала мәктәп, район,
республика кимәлендә ҡатнашҡан сараларҙың һөҙөмтәләре һөйләй ҙә инде. Ул 11
йыл уҡыу эсендә 160 диплом, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған.
«Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһы «Ижад ит!» номинацияһында
сәнғәттә үҙ һүҙен әйтергә ынтылыуы, тынғыһыҙ ижады өсөн еңеүсе дипломы,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына «Поэзия»
номинацияһында Гран-при, башҡорт теле буйынса республика һәм муниципаль
ижади конкурстары призеры, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе
исеменән дипломдар һ.б менән бүләкләнгән. Шулай уҡ йәш ижадсылар араһында
уҙғарылған “Иң оҫта шиғыр һөйләүсе”, “Һүҙ ҡәҙере”, “Йөрәктән йөрәккә”
бәйгеләрендә көсөн һынап ҡарай.
Әҙәбиәтте һәм сәңғәтте үҙ иткән Гөлназ сәхнәлә лә үҙен һынатмай. Йырҙар,
шиғырҙары менән сығыш яһай.
Гөлназ менән әңгәмәләшкән арала бер-нисә һорауға яуап алдым.
-
Гөлназ, ижадҡа, сәнғәткә һөйөүең ҡасан башланды?
-
Бала саҡтан, тип әйтер инем. Атай-әсәй эштә саҡта мин һәр саҡ
өләсәй янында булдым. Өләсәйем үҙ телмәрендә мәҡәл-
әйтемдәрҙе ҡулланып һөйләшә ине. Ул миңә таҡмаҡтар әйтергә,
үҙенсәлекле итеп тыпырлатып бейергә лә өйрәтте. Беҙҙең янда
һәр саҡ “Юлдаш” радио каналы яңғыраны. Беҙ уға ҡушылып
йырлап та ала инек. Минең өсөн өләсәйемдең йоғонтоһо ҙур
булды.
Шулай уҡ минең үҫештә мәктәптең, уҡытыусыларымдың роле
ҙур булды. Бигерәк тә “Үҫеш” нөктәһе, School Life мәктәп
яңылыҡтарының алып барыусыһы булыуым. 
Район культура хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәтлемен. Шиғыр, йырҙар
менән сәхнәгә әҙерләп сығарған Баязитов Айрат ағайға, Мәзитова
Ғәзимә апайға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Конкурстарҙа
ҡатнашыу, күренекле шағирҙар, яҙыусылар, оло быуын
кешеләре менән осрашыуҙар миңә рухи аҙыҡ биргәндер, тип
уйлайым.
“Яҡты киләсәк көтә...” тип исемләнгән үҙ нәшер менән шиғырҙар
китабым баҫылып сыҡты. Китап ун һигеҙ йәшем тулыу уңайы
менән сығарылды. Ижадымды социаль селтәрҙәргә ҡуйып барам.
Баҫмаға бирер алдынан шағирә Фирүзә Абдуллинаға мөрәжәғәт
иттем һәм ул үҙ һүҙен, теләктәрен белдерҙе.
Рәхмәт һүҙемде мәктәп йылдарында бергә булған уҡытыусыларыма,
туғандарыма, атай-әсәйемә, инәйемә, тиҫтерҙәремә еткерәм, - тигән
матур уй-фекерҙә, яҡшы теләктәрҙә Г.Биргәнова.
Йәш шағирә Гөлназ Марат ҡыҙы Биргәнованың быйылғы йылда нәшер
ителгән “Яҡты киләсәк көтә...” исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып
сығыуы бик тә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Уның менән сикһеҙ
ғорурланабыҙ, иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәһебеҙ килә. Афарин,
Гөлназ!!! Тағы ла китаптарыңды уҡырға яҙһын!!!
Ә инде күренекле шағирә Фирүзә Абдуллина Гөлназдың бик матур был
китабына ҡарата әйткән һүҙҙәре лә бик мәртәбәле, күңелдә йәш шағирә
ижадына ҡарата һоҡланыу уята. Шағирә Фирүзә Абдуллина китапҡа ҡарата
бына нимә ти:
“Иң ябай, шул уҡ ваҡытта иң бөйөк хистәр: тыуған илеңә, телеңә , ереңә,
яҡын кешеләреңә мөхәббәт, яҡты хыялдар, матурлыҡҡа, изгелеккә
ынтылыш - йәш ижадсының шиғриәтенең төп сифаттары. Балаларса бер
ҡатлы ихласлыҡ, эскерһеҙ ышаныс, һәр кешелә тик яҡшылыҡ эҙләү, тәүге
һөйөү хисе бөрөләре һоҡландыра. Шул уҡ ваҡытта авторҙы тормоштоң әсе
ел-бурандарынан яҡлау, һаҡлау теләге уята. Уңыштар һиңә, Гөлназ!”
Тыуған мәктәбендә, төрлө сәмле ярыштарҙан онотолмаҫ тәьҫораттар, бай
тәжрибә һандығы менән тулы әҙерлекле, “Яҡты киләсәк көтә...” шиғырҙар
китабы авторы Гөлназ Биргәнова бөгөн республикабыҙҙың иң шәп
уҡыу йорттарының береһе - Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге
Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты
студенты рәтенә баҫты. 
Уға иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: мәктәптә алған белемдәре киләсәктә
киң ишектәр асһын, оло бейеклектәргә үрләп, тормош юлынан ышаныслы
атларға , яратҡан һөнәренә эйә булырға ярҙам итһен! Юғары уҡыу йорттары
баҫҡыстарынан ҡыйыу атлап, матур, уңышлы кеше булыуын теләйбеҙ!
Бәхет менән йәнәшә алдына ҡуйған маҡсаттары тормошҡа ашып ата-
әсәһен, тыуған мәктәбен ҡыуандырһын. Бөтә яҡты хыялдарың тормошҡа
ашып, ҡояш кеүек балҡып йәшә, Гөлназ!
Туған телен, мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белеүе, яҙыусы - шағирҙарыбыҙҙың
ижадына ҡарата күңелендәге һөйөүе Гөлназға шул тиклем ныҡ ярҙам итә.
Мәктәп, район кимәлендәге сараларҙа алып барыусы, конкурстарҙа еңеүсе, оҫта
һөйләүсе һәм уның күп яҡлы талантлы булыуы уҡыуына бер ваҡытта ла
ҡамасау яһаманы. Заманыбыҙ йәш кешеһе тап Гөлназ кеүек булһын ине!
Өйҙә лә Гөлназ ата-әсәһенә лә ярҙамсыл. Буш ваҡыттыранда сигеү-бәйләү ,
ижад, төрлө ризыҡтар әҙерләү - уның яратҡан шөғөлө. Алдынғы ҡарашлы кеше
тәрбиәләп, ысын шәхес итеп үҫтергән ата-әсәһенә ҙур рәхмәт! Гөлназға
киләсәктә хәйерле юлдар, матур ижади бейеклектәр теләйек. Үҙ юлын таба ала
торған ҡыҙға ышаныс ҙур, хыялдары тормошҡа ашасаҡ! Гөлназ кеүектәр
күберәк булһын! Улар – ил-йортобоҙ даны!
Сәйҙә Сәйәхова, Бөрйән районы, Байназар мәктәбе Мәһәҙей филиалының
юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан
Хөкүмәте Гранты эйәһе, “Иң яҡшы башҡорт һәм урыҫ телдәре
уҡытыусылары” республика конкурсы еңеүсеһе
Гөлназ Биргәнованың матбуғатҡа , форсаттан
файҙаланып, бер-нисә шиғырын тәҡдим итәм.
 
Яҡты киләсәк көтә
Үткәндәрҙе артта ҡалдырып,
Алға табан ҡыйыу атлайым,
Ауырлыҡтар осрап торһа ла,
Һис ҡасан да ҡаушап ҡалмайым.
Алда көтә яҡты киләсәк,
Ҙур өмөттәр уға бағлайым,
Барыһы ла минең ҡулымда –
Күптән инде быны аңлайым.
Еңел генә булмаҫ, шулай ҙа
Шиктәремде артта ҡалдырам,
Мин бит рухлы башҡорт ҡыҙымын,
Мин тырышһам, барын булдырам!
 
 
Хыял
Хыялдарың булһа әгәр,
Ҡул ҡаушырып ултырма,
Маҡсат ҡуйып, алға ынтыл,
Ваҡыт әрәм уҙғарма.
Ҡаршылыҡтар осраһа ла,
Баш тартма хыялыңдан,
Маяҡ булып яҡтыртыр ул,
Яҙлыҡмаҫҡа юлыңдан.
Минең дә күп хыялдарым,
Юҡтыр иҫәп-хисабы,
Яҡындарым һау булһалар,
Ни кәрәк миңә тағы?
Булһын улар шат, бәхетле,
Уңыш булһын йәнәшә,
Мин бәхетле булыр инем,
Улар матур йәшәһә.
Икенсе хыялым минең –
Булырға уҡытыусы,
Балаларҙы оло юлға
Етәкләп оҙатыусы.
Әсәйем дә тырышҡан бит,
Хыялын яулар өсөн,
Уҡытыусы булам тиеп,
Һалған ул да бар көсөн.
Хыялһыҙ кеше - ҡанатһыҙ
Ҡош кеүек, осмаҫ бейек,
Хыялыбыҙ алға килһен,
Эшебеҙ булһын бөйөк!
Башҡаларҙан айырылып тор ...
Башҡаларҙан айырылып тор,
Ҡабатлама кешене,
Саф күңелдән изгелек ҡыл,
Дуҫ ит үҙең ишене.
Яманлыҡҡа юл ҡуймайса,
Мохтажға ҡыл изгелек,
Таш бәғерле бәндәләрҙе
Урап үт һин иң элек.
Ғәҙелһеҙлек күрһәң әгәр,
Бошоноп, туҡтап ҡалма,
Көрәш юлыңа ялағай,
Ҡурҡаҡты бергә алма.
Ниндәй генә хәл булһа ла,
Кешелекле бул гелән,
Башҡаларҙан айырыл һин,
Изге йөрәгең менән.
 
 
Барыһы ла яҡшы булһын...
Барыһы ла һинең яҡшы булһын,
Гел ҡыуанып йәшә донъяла,
Хыялыңды маҡсат итеп ынтыл,
Ауырлыҡтан ҡурҡып моңайма.
Яңылышһаң әгәр туҡтап ҡалма,
Төҙәтергә тырыш хатаңды.
Ярһығанда рәнйетеүҙән һаҡлан,
Уңалтмаҫ ул йөрәк яраңды.
Сабырлы бул, зинһар, түҙә белсе,
Ҡурҡма өлгөрмәйсә ҡалыуҙан,
Эштәреңде теүәл башҡарырһың,
Туҡталмаһаң алға барыуҙан.
Үткәндәрең менән йәшәмә һин,
Артта ҡалһын әйҙә үткәнең,
Булған бәхетеңә рәхмәтле бул,
Бел һине тик уңыш көткәнен.
Үҫемлектәр - кеше кеүек
Үҫемлектәр кеше кеүек,
Йәшәр өсөн тырыша.
Ауырлыҡтарға ҡарамай
Улар үҫеп маташа.
Ҡырау төшһә, ҡайһылары,
Бер аҙ шиңеп төшәләр.
Ҡайһылары һулый, үлә,
Көслөләре үҫәләр.
Ҡайһы саҡта кешеләр ҙә,
Ҡыйынлыҡҡа түҙмәйҙәр,
Тормош биргән һынауҙарҙы
Улар үтеп бөтмәйҙәр.
Тормош еңел тип, әйтмәйем,
Тырышып йәшәр кәрәк,
Ауырлыҡты еңеү өсөн
Түҙемле булһын йөрәк.
 
 
Өләсәйем
Өләсәйем мине бәләкәстән
Тәрбиәләп, һөйөп үҫтерҙе,
Сәстәремде матур итеп үрҙе,
Аҡыл-кәңәштәрен мул бирҙе.
Әкиәттәр миңә һөйләне ул,
Дарыу үләндәрен күрһәтте,
Таҡмаҡтарҙы унан отоп алдым,
Бейергә лә мине өйрәтте.
Хәҙер инде үҫеп буй еткерҙем,
Өләсәйҙән хәҙер мин бейек,
Көн дә барып уға ярҙам итәм,
Арымаһын өләсәй тиеп.
 
 
Туған телем
Туған телем, ғәзиз телем,
Атай-әсәйем теле,
Хөрмәтләйем, ҡәҙерләйем,
Иркен һөйләшәм үҙем.
Телем менән ғорурланам
Ул - ҡәҙерле ҡомартҡы.
Телен, илен яратҡандың
Юлы булыр гел яҡты.
Һине данлай йырҙарым,
Данлай күпме шағирҙар.
Киләсәккә еткерәм тип,
Ҡан түккән бит батырҙар.
Әхмәт Сөләймәнов иҫтәлегенә
Бөйөк эштәре менән
Бар донъяға танылған –
Фольклорсы Әхмәт ағайҙан
Шундай яҡты эҙ ҡалған...
Профессор ҙа, фән докторы –
Бар тарафта исеме.
Билдәле һәр бер өлкәлә,
Исемендә - есеме.
Уйлап һөйләне һүҙҙәрен,
Көсөн һалып эшләне.
Бөрйәндәрсә ябай булды,
Халҡым тиеп йәшәне.
Ҡомартҡы-байлыҡтарыбыҙ
Онотолмаһын өсөн.
Беҙ һәм киләсәк белһен тип,
Йәлләмәй һалған көсөн.
Халыҡ ынйыларын һәр кем
Ҡәҙерләүен теләне,
Беҙ тырышырбыҙ тормошҡа
Ашырырға теләген.
Урал батыр кеүек мәңге
Халҡы өсөн үлемһеҙ,
Тере һыу бөркөлгән ерҙә
Мәңгегә ҡалдырҙы эҙ.
 
 
Яралар
Тән йәрәхәттәре - ваҡытлыса,
Йәндең йәрәхәте - мәңгегә.
Тән яраһын табип уңалтһа ла,
Табылмаҫ шул дарыу күңелгә.
Бәлки, йығылырһың юлдарыңда
Яраларға түҙмәй, сыҙамай,
Бәхетле минуттар алда булыр,
Бирешергә һис тә ярамай.
 
 
Күҙ йәштәре
Илаған кешене көсһөҙ тиҙәр,
Йәнәһе лә, бара бирешеп.
Дөрөҫ түгел! Фани донъяларҙа
Булмай йәшәп һәр саҡ көлөшөп.
Түҙер хәл ҡалмаған саҡта ғына
Йәш түгәбеҙ йөрәк әрнеүҙән,
Арыттыра илар ерҙә көлөп,
Эстән генә һыҙып йөрөүҙән.
Шишмә булып күҙ йәштәре аға,
Юлдарыңда ҡалһаң аҙашып,
Көслө булып, түҙмәй һис сараң юҡ,
Юҡ һөйләшер кешең аңлашып.
Йәштәреңде һөрттә,алға ҡара,
Бәлки,шулай итеү дөрөҫтөр?
Йөрәгеңә ауыр булғанда ла,
Тура баҫып тороу кәрәктер...
 
 
Һағыныу
Бигерәк моңһоу булып тора,
Әллә ямғыр яуғасмы?
Нисәмә көн ҡояш сыҡмай,
Елдәр уйнап торғасмы?
Әллә күктәге болоттар
Боҙа микән кәйефте?
Бәлки, өҙөлөп һағыныу
Һыҙлаталыр йөрәкте.
Һағыныуҙар... Кемгә генә
Һеҙ таныш түгел икән?
Был донъяла бер кемде лә
Яратмаусы бар микән?
Бәлки, кемдер һағыналыр
Үҙенең тыуған ерен,
Гөрләп үткән бала-сағын,
Ата-әсәһе өйөн.
Кемдер һағына йәшлеген,
Шашып яратҡан мәлен,
Һөйгәне күҙенә ҡарап,
Яратам тигән һүҙен.
Кем һағына туғандарын,
Ғәзиз ата-әсәһен,
Бар наҙын биреп үҫтергән
Ғәзиз, иркә балаһын...
Ҡай саҡ һағыныу тойғоһо
Юҡһыныу менән йәнәш,
Яҡыныңдан яҙһаң, һис кем
Бирмәҫ аҡыллы кәңәш.
Хатта сабый балаларҙа
Юҡһыныуҙы аңлайҙар,
Ләкин улар оран һалмай,
Бары һыҡтап илайҙар.
Эйе, тормош йәш һорамай,
Һынау үтә барыһы ла,
Ныҡлап тырышырға кәрәк,
Нисек ауыр булһа ла.
Һағыныу ул көн-төн тимәй,
Һәр сәғәттә һиҙҙерә...
...Бигерәк моңһоу күңелемә,
Үтһен ине тиҙерәк!
Шаян елдәр өҙөп-йолҡоп,
Талай ағас баштарын,
Күк күк(е)рәтеп яуған ямғыр,
Һиңә ни кәрәк тағын?
 
 
Эскелек
Эй, кешеләр, һеҙгә әйтәм,
Бер ҡасан да эсмәгеҙ!
Хәмер эсемлектәрен һис
Ауыҙға килтермәгеҙ.
Һаулыҡ ҡына түгел, эсһәң
Бөтә тормош боҙола,
Уйлап йөрөгән хыялдарың
Һә тигәнсе юғала.
Айыҡ булмағанға күрә
Күп ғаилә тарҡала.
Ошо хәрәм ризыҡ өсөн,
Матур тормош юғала.
Кешемен тигән кешеләр,
Был ҡапҡанға эләгә,
Йәшәүҙәре – ҡараңғылыҡ,
Ҡояш түгел - күләгә.
Аңлайым, әле баламын,
Кемделер өйрәтергә,
Ярҙам итә алһам ине
Хаталар төҙәтергә...
Автор:Сәйҙә Сәйәхова
Читайте нас: