Һуңғы йылдарҙа йәштәр эстрадаһында төрлө стилдә башҡарыусы йәш йырсылар күбәйҙе. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә эҙләнә, үҙенсә балҡырға тырыша. Диско, рок, рэп һәм поп стилендәге йырҙары менән йәштәр күңелен яуларға ынтыла. Шуларҙың береһе — Ильяс Батыргәрәев.
– Ильяс, башта үҙең менән таныштырып үтсе.
– 28 йәштәмен. Өйләнгәнмен. Шулай уҡ үҙемде стажлы музыкант тип һанайым, сөнки ун йылдан артыҡ инде урыҫ һәм башҡорт телдәрендә үҙем ижад иткән йырҙарҙы башҡарам.
– Уҡыу яғы нисек булды?
– Яҡшы уҡыным. 11-се синыфты тамамлағандан һуң Санкт-Петербург ҡалаһында кино һәм телевидение буйынса уҡыуҙы уңышлы ғына тамамланым.
Уҡыған мәлдә лә тик ятманым Санкт-Петербургтың йәштәр ойошмалары менән эшләнем, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. Шуларҙың иң иҫтә ҡалғаны "Ал елкән" тапшырыуында ҡатнашыу булды.
– Ниндәй йырсылар оҡшай үҙеңә?
– Миңә Фидан Ғафаров, Хәсән Усманов, Фәдис Ғәниев, Айҙар Ғәлимовтың йырҙары күңелгә яҡын.
– Тормош девизың?
– Әлеге ваҡытта төп тормош девизым юҡ. Оҡшағандарын әйтеп үтәм: "Ҡулды бер ҡасан да төшөрөргә ярамай", “Барыһы ла һинең үҙеңдән тора”!
– Яратҡан аш-һыуың?
– Өләсәйемдең яңы ғына мейестән бешеп сыҡҡан бәлешен бер ниндәй аҙыҡ та алыштыра алмай!
– Ни өсөн Клэнтон псевдонимы аҫтында сығыш яһарға булдың?
– Сөнки мәктәп йылдарында мине Клэни тип йөрөттөләр. Ошо Клэниға "тон" өҫтәп, Клэнтон псевдонимын уйлап сығарҙым.
– Гастролгә йөрөйһөңме?
– Гостролдәргә сығам, әлбиттә. Унда зал тулы буламы, булмаймы минең өсөн ул беренсе урында түгел. Кешеләр менән ихлас күңелдән аралашып ҡайтыу – үҙе бер бәхет!
– Һинеңсә, халыҡ араһында иң уңышлы һаналған йырҙарың?
– Мин башҡарған "Мин һине яратам", "Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә" исемле башҡорт йырҙары ныҡ популяр, шулай уҡ русса "День прожит не зря" йырым, интернетта 6 млн тыңлаусы йыйып, күп кенә аҡса килтерҙе.
– Әле ниндәй уй-хыялдар менән янып йәшәйһең?
– Минең иң ҙур хыялым – ҙур сәхнәләрҙә йырлау. Әле минең йырҙарымды, оҡшатып, Мәскәү продюссерҙары "Йәш башҡарыусылар" лейблына алды.
– Ижадыңа ғашиҡ ҡыҙҙарға кәләшең нисек ҡарай?
– Кәләшем менән беҙ инде ун йылдан артыҡ бергәбеҙ, бала саҡтан, мәктәп йылдарынан алып дуҫ булдыҡ, шуға күрә беҙ бер-беребеҙгә шул тиклем ныҡ ышанабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
–Журнал уҡыусыларына әйтер теләктәрең?
– Яңы йылда теләгән изге теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашырын теләр инем.
Туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы яратығыҙ. Атай-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ, яҡшы уҡығыҙ.
– Ильяс, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт! Ғаиләңдә һәм ижади тормошоңда уңыштар теләйбеҙ!
Сәлимә Ҡаранаева әңгәмәләште.