-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ете ҡыҙ - ете йондоҙ!

Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының Фәнилә Мансур ҡыҙы Нөғәмәнова етәкләгән «Ете ҡыҙ» вокал ансамбленең барлыҡҡа килеүе нигеҙендә «Талисман» йыр ансамбле ята, йыр-моң һөйөүсе балаларҙы туплаған төркөмдән заманында «Егеттәр» һәм «Ете ҡыҙ» ансамблдәре, байтаҡ яңғыҙ башҡарыу­сылар үҫеп сыҡты ла инде. 

Ете ҡыҙ - ете йондоҙ!
Ете ҡыҙ - ете йондоҙ!

Гимназиябыҙҙың визит карточкаһына әүерелгән “Ете ҡыҙ”ҙа береһенән-береһе тырыш, әүҙем, һәләтле, моңло ҡыҙҙар тупланған. 2022 йылдан бирле уларҙың яулаған үрҙәре, алған урындары байтаҡ “Балҡы! Бөйөк Урал!” төбәк конкурсы, “Йондоҙҙар иле” халыҡ-ара вокал конкурсы, “Йондоҙло арена” республика балалар вокал конкурсы, “В мире красок и мелодий” музыка буйынса олимпиада еңеүселәре улар.
Уларҙың башҡорт рухы менән һуғарылған “Башҡорт теле”, “Халҡыма”, “Рух”, “Ете ҡыҙ”, “Китә ҡыҙҙар тыуған өйҙән” йырҙары тамашасыларыбыҙҙың күңеленә айырыуса хуш килә.
Фәнилә Мансур ҡыҙы йырҙы тотош бер мини-спектакль итеп эшләү өсөн бар көсөн һала: бейеүҙәр ҡуйып, хәрәкәттәрҙе бер иш, тигеҙ итеп башҡарыуҙы талап итә. Һәр эшкә ижади ҡараш менән тотона етәксебеҙ шуға ла уңыштарыбыҙ ҙа күп.
Ансамблдәге ҡыҙҙарҙың үҙ-ара татыу, дуҫ булыуы ла ансамблдең уңышлы эшләп килеүенә булышлыҡ итә. Бер-беребеҙгә тауыштарыбыҙға, донъяға ҡарашыбыҙға тура килгән йырҙар һайлашабыҙ, бейеүҙәр ҡуябыҙ, кәрәк икән тәнҡитләйбеҙ ҙә, әммә үпкәләшмәйбеҙ, асыу һаҡламайбыҙ.
Ете ҡыҙ – тормошта ете айырым кеше, ете наҙлы ҡыҙ, ете уҡыу алдынғыһы. Етебеҙҙә ете төрлө маҡсат, ҡанатлы уй-хыялдар, ынтылыш. Ә сәхнәлә беҙ – ете йондоҙ!
Үткән йылда эшләнгән «Ете ҡыҙ» проекты беҙҙең ансамблдең сығыштарын тағы ла сағыуыраҡ, тулыраҡ итте, репертуарыбыҙҙы байыт­ты.
«Егеттәр» төркөмө, «Талисман» вокал ансамблдәре менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ, ижад итәбеҙ. Тамирлан Әбүшаһманов һәм Гөлнур Ильясова, Гөлназ Нөғәмәнова һәм Айбулат Аймырҙин башҡарыуындағы дуэттар, Фидалиә Шәйәхмәтова, Гүзәл Хәйбуллина, Ләйсән Рәхмәтуллина, Әлиә Мөхөтдинова, Азалия Ғәлиуллиналарҙың яңғыҙ йырҙары үҙ тамашасыларын тапты.
Тел, ил яҙмышына ла битараф түгелбеҙ йәшебеҙгә хас тәүге тойғолар, һөйөү, дуҫлыҡ йырҙары ла күңелдәребеҙгә яҡын. Ата-әсәйҙәребеҙҙең, беҙҙе хуплап, матур-матур сәхнә кейемдәре тектереп тороуы беҙҙе ҡанатландыра, уларға рәхмәтлебеҙ.
Гимназиябыҙҙың абруйлы директоры Рәмил Нурислам улы Әхмәтовтың ышанысын аҡлап, сәхнәлә лә, белем алыуҙа ла һынатмайбыҙ.
Шулай итеп, гимназиябыҙ тормошонда, спорт турнирҙарында, район кимәлендәге төрлө саралар уртаһында ҡайнап, йырлап йәшәйбеҙ беҙ.

Фидалиә Шәйәхмәтова,
Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының 8-се "Г" синыфы уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас