-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
14 Ғинуар , 11:45

Ер шарының иң яҡшы моделе

Башҡорт үҫмерҙәре халыҡ-ара, донъя кимәлендә төрлө йүнәлештәге конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөрөп торалар. Ғафури районы Красноусол ауылының 1-се мәктәбенең 8-се "Б" синыфы уҡыусыһы Лина Мөхәмәтйәнова ла улар иҫәбендә.

Ер шарының иң яҡшы моделе
Ер шарының иң яҡшы моделе

Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле була, тиҙәр. Лина ла бәләкәйҙән үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарай. Балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөп, һүрәт төшөрөү серҙәренә төшөнә. Әле лә ул кейек-януар, тәбиғәтте, үҙенең фантазияларын ҡушып, ҡағыҙ битенә мәңгеләштереп ҡуя. Бер мәл сәйләндәр менән төрлө биҙәүестәр, сәскәләр үреү менән дә мауығып ала.
Спортты ла ярата. Бәләкәйҙән еңел атлетика менән шөғөлләнә. Саңғыла йөрөй, һыуҙа йөҙөү ҙә уның күңеленә яҡын. Үҫмерҙәр араһында район, республика кимәлендә үткән ярыштарҙа призлы урындар ҙа ала.
Сәхнәлә лә үҙен эҙләй. Төрлө йүнәлеш һәм техниканы үҙ эсенә алған контемпорари, башҡа заманса бейеүҙәрҙе үҙ итә.
Бер йыл элек Линаның әсәһе Ләйсән Хөрмәт ҡыҙы Өфө ҡалаһындағы “Luna models Kids” балалар модель мәктәбенә уҡыусыларҙы саҡырып яҙылған иғланды күреп ҡала. Беренсе дәрестә үк Линаға был яңы шөғөл оҡшай. Һәр дәрескә теләп, дәртләнеп йөрөүенең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй. Сочи ҡалаһында үткән “Beauty of the Globe” конкурсында “Ер шарының иң яҡшы моделе” номинацияһына һәм “1-се вице-мисс” исеменә эйә була. Артабан “Face оf Bashkortostan” конкурсында иң яҡшыһы тип табыла һәм сит илдә Башҡортостан данын яҡлауҙы үҙенең йәштәштәре араһында уға ышанып тапшыралар.
Ә әлеге ваҡытта уның иң ҙур еңеүе – Таиландта үткән “kids star International — 2025” Халыҡ-ара конкурсында юғары исемдәрҙе алыуы. Һылыуҡай йәнә “1-се вице-мисс” титулын ала һәм “Иң яҡшы дефиле” номинацияhында уға етеүсе булмай. Бында ул пляж кейемендә, Дисней персонажы Мулан образында, киске күлдәктәрҙә сығыш яһай.
Таиландтың бер нисә ҡалаһына экскурсияға барыу ҙа Линаға ныҡ оҡшай. Халҡы, йәшәйеше, тәбиғәте беҙҙең яҡтыҡынан ныҡ айырылып торһа ла, ихласлыҡтары, ҡунаҡсыллыҡтары менән башҡорттарға оҡшаштар, ти ул. Паттая ҡалаһындағы балалар йортона баралар, унда тәрбиәләнеүселәргә бүләктәр тапшыралар. Ике тамсы һыу кеүек бер-береһенә оҡшаш көндәр менән бала саҡтарын үткәреүселәргә шулай бер байрам эшләйҙәр.
Тик “биш”ле билдәләренә уҡыған Линаға сит илдә, үҙе кеүек үк конкурста ҡатнашыусы тиңдәштәре менән аралашыуы ауыр булмаған. Инглиз телен яҡшы белгәс, улар менән яҡындан танышып, дуҫлашып ҡайтҡан. Йөрөгән таш шымара, тигәндәре лә раҫ инде.
“Моделдәр мәктәбенә йөрөүем тормошомда ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Матур итеп атларға өйрәнеү менән бергә, сәхнәлә сығыш яһарға, камера алдында эшләргә өйрәндем. Киләсәктә хореограф һөнәрен һайлаһам, был тәжрибәм балалар менән эшләү, үҙемде күрһәтергә кәрәк булыр тип уйлайым.
Тормош девизым: йөҙ тапҡыр ҡабатлап та эшең килеп сыҡмаһа ла, йөҙ ҙә беренсе тапҡыр тотоноп ҡара. Хыялдарыңдан баш тартыр­ға, үҙеңә ҡул һелтәргә кәрәкмәй. Мин сәхнәгә сыҡҡанда уҡ үҙемде еңеүсе итеп тойоп сығам. Үҙ-үҙемә ышанысым миңә көс, илһам бирә”, — ти Лина тиҫтерҙәренә кәңәштәрен биреп.
Һылыуҡай киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаһа ла, ҡайҙа йөрөһә лә юлы уң булһын.

Рәзинә Зәйнетдинова,
Өфө ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас