+17 °С
Облачно

“Рәсәйҙең бәләкәс һылыуы” конкурсының төп призын Башҡортостан ҡыҙы алған

Мәскәүҙә “Рәсәй һылыуы”, “Рус һылыуы”, “Рәсәйҙең бәләкәй һылыуы” һәм “Бәләкәй рус һылыуы” Бөтә Рәсәй конкурстарының финалы үтте.

“Рәсәйҙең бәләкәс һылыуы” конкурсының төп призын Башҡортостан ҡыҙы алған“Рәсәйҙең бәләкәс һылыуы” конкурсының төп призын Башҡортостан ҡыҙы алған
“Рәсәйҙең бәләкәс һылыуы” конкурсының төп призын Башҡортостан ҡыҙы алған

Мәскәүҙәге конкурста ҡыҙҙарҙың сығышы һыуһылыу булып кейенеп сығыуҙан башланды.  Икенсе сығышта милли кейем кейҙеләр. Әминә башҡорт ҡыҙы күлдәгендә сыҡты. Был күлдәкте уға конкурсҡа тип махсус теккәндәр. Артабан ҡыҙҙар киске күлдәктәрҙә дефиле йөрөнө.

Нефтекама ҡалаһынан 6 йәшлек Әминә Мусатаева “Рәсәйҙең бәләкәй һылыуы-2026” конкурсының Гран-прийын алды. Бәләкәс матурҡайҙың икенсе ҙур еңеүе был –  ул “Мисс Ҡазан-2026” конкурсында ла Гран-при яулағайны.

 “Мин төрлө конкурстарҙа һәм кейем күрһәтеүҙәрҙә ҡатнашырға яратам. Күптән түгел Мәскәүҙә булдым, “Рәсәйҙең бәләкәй һылыуы-2026” конкурсында ҡатнаштым, Гран-при алдым. Мин  lg magazine Рәсәй журналында һәм башҡа күп журналдарҙа баҫылып торам”, – ти Әминә.

Ҡыҙыҡай Kidsstar моделдәр мәктәбендә бер йыл шөғөлләнә.

Әле Әминә Мусатаева “Йыл балаһы 2026 Рәсәй” балалар премия-конкурсында ҡатнаша.

 

Фотолар: “Йыл балаһы 2026” конкурсы / ВКонтакте

Текст: Башинформ.

“Рәсәйҙең бәләкәс һылыуы” конкурсының төп призын Башҡортостан ҡыҙы алған
“Рәсәйҙең бәләкәс һылыуы” конкурсының төп призын Башҡортостан ҡыҙы алған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас