+16 °С
Облачно

Әбйәлил районынан Наил Зәйнуллин электрон музыка яҙыу менән мауыға

Әбйәлил районы егете Наил Зәйнуллин менән Беларусь йырсыһы Илия Федорцова (псевдонимы Iliya) уртаҡ трек өҫтөндә эшләй. Башҡорт ауылында тыуып үҫкән малай 15 йәшендә үк электрон музыка менән ҡыҙыҡһына башлай. Хәҙер инде Наил сит ил артистары менән  берлектә хиттар ижад итә. Илия менән уртаҡ тәүге тректары музыкаль майҙансыҡтарҙа 1,5 миллион тыңлау йыйған.

Әбйәлил районынан Наил Зәйнуллин электрон музыка яҙыу менән мауығаӘбйәлил районынан Наил Зәйнуллин электрон музыка яҙыу менән мауыға
Әбйәлил районынан Наил Зәйнуллин электрон музыка яҙыу менән мауыға

Әбйәлил районы егете Наил Зәйнуллин менән Беларусь йырсыһы Илия Федорцова (псевдонимы Iliya) уртаҡ трек өҫтөндә эшләй. Башҡорт ауылында тыуып үҫкән малай 15 йәшендә үк электрон музыка менән ҡыҙыҡһына башлай. Хәҙер инде Наил сит ил артистары менән  берлектә хиттар ижад итә. Илия менән уртаҡ тәүге тректары музыкаль майҙансыҡтарҙа 1,5 миллион тыңлау йыйған.

Бөтәһе лә мин соцселтәрҙәрҙә Илияның тауышын ишеткәс башланды: мин уға продакшн етешмәүен аңланым. Уға яҙҙым, демо-трек ебәрҙем. Яҙма Илияға оҡшаны. Хәҙер инде беҙ уның менән икенсе тректы эшләйбеҙ. Илия – бик билдәле һәм талантлы йырсы, ул Billboard һәм Vogue журналдарында баҫылған, үҙе ҡатнашҡан бейеү төркөмө тураһында   Netflix-тың документаль фильмында төшкән”,  – тигән Наил “Башинформ” мәғлүмәт  агентлығы хәбәрсеһенә эшмәкәрлеге тураһында һөйләп.

Проектта музыкант композитор һәм продюсер сифатында ҡатнаша.

 Үҙе әйтмешләй, Наил һәүәҫкәр композитор, ә музыкаль һәләт уға ата-әсәһенән бирелгән.

“Ата-әсәм – ижад кешеләре. Әсәйем йырлай, атайым бейей, мин дә мәктәптә башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейей инем. Музыкаға ҡыҙыҡһыныу ата-әсәм пианино алып ҡайтҡас барлыҡҡа килде. Миңә 6 йәш ине. Мин унда уйнай башланым, шунан мине ата-әсәм Асҡарҙағы музыка мәктәбенә бирҙе. Тик икенсе дәрестән һуң мин мәктәпте ташланым. Артабан үҙ аллы интернет аша уҡыным. 15 йәшемдә мин телевизорҙан күргән бер кинола электрон бейеү музыкаһы яңғыраған күренеш бар ине –  миңә оҡшаны. Мин шундайҙы ижад итә алыр инемме икән, тигән уйға ҡалдым. Музыка яҙыу программалары ҡуйып алдым, өйрәнә,  нимәлер яҙа һәм сығара башланым. Әлбиттә, бөтәһе лә шунда уҡ ҡулдан килеп торманы. Киләсәктә эштәремә башҡорт көйҙәрен өҫтәргә уйлайым”, –  тигән Наил.

 

Фото: Наил Зәйнуллин / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас