

Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр йырсы, музыкант-мультиинструменталист, 20 илдә сығыш яһап өлгөргән, "Зәйнетдин" менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Заһир, кем һине сәнғәт юлына алып килде?
— Минең атайым физкультура уҡытыусыһы булһа ла, ҡурайҙа бик оҫта уйнай. Мәктәп балаларын йыйып, беҙҙең өйҙә ҡурайҙа уйнарға өйрәтә ине улар менән бергә тырыштырам. Шулай уҡ атайым бейергә лә, сәхнәлә үҙемде тоторға ла өйрәтте. – нығыраҡ баҫып бейе, күҙҙәреңде аҡайтып бейе тигәне ҡанға һеңгән. Һаман да сәхнәгә сыҡһам күҙҙәремде ҙур асам. (көлә).
— Тәүгә сәхнәгә сыҡҡаныңды хәтерләйһеңме?
— Иң тәүгеһен хәтерләмәйем. Әммә, бына ғаилә менән республика кимәлендә үткән бәйгелә еңеп ҡайтҡас, мине эҙләп килгәндәре ныҡ хәтерҙә ҡалған. Әсәйем ишек алдында кер йыуа, мин шунда таста һыу менән уйнап ултыра инем. Бер ят ағай килеп керҙе лә: "Заһир Зәйнетдинов бында йәшәйме?" — тип һораны. Әсәйем аптырап китте: "Һеҙгә, бәлки, ирем кәрәктер?" — тип әйтеп ҡараны. "Юҡ, беҙгә малай кәрәк, ул Мортаза Рәхимовтың инаугурацияһында сығыш яһаясаҡ", — тине . Әсәйем менән бергәләп, район мәҙәниәт йортона киттек. Хәтеремдә, шул мәлдә миңә матур итеп костюм тектерҙеләр. — Саранан нимәләр хәтереңдә ҡалған? — Репетиция мәлендә,бейеп бөткәс, миңә микрофон тотторҙолар. Мин, 4 йәшлек бала,ҡыҙыҡ күрептер инде микрофонға "Ку-Ку"! тип әйтеп ҡараным. Ә инде сығыштан һуң Мортаза Ғөбәйҙулла улының миңә бүрек һәм милли кейем бүләк итеүе хәтерҙән сыҡмай. Ул бүләкте һаман да һаҡлайым.
— 5-се классҡа Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназияһына уҡырға килтерҙеләр, тромбонды үҙләштерә башланым. Ундағы тормош минең белемемде лә, талантымды ла төрлө яҡтан үҫтерҙе. Һуңынан Өфө сәнғәт академияһының режиссура факультетына уҡырға индем. Унда уҡығанда,ҡайһы ваҡыт дәрестәр миңә ҡыҙыҡ булмағанын аңлай башланым. Уҡыуҙы ташланым. Тик әсәйемдең күңелен уйлап аҙаҡ ситтән тороп уҡып бөттөм.
— Ә һинең ул ваҡытта күңелең нимә теләй ине һуң?
—Шоу эшләргә өйрәнгем килде. Әммә бының өсөн тәжрибәм юҡ ине, аҡса ла кәрәк бит инде. Аҡса йыйып, ниндәйҙер ҙур проект булдырыу хыялы мине 18 йәшемдә Сочиға алып китте. Селтәрле маркетинг менән мауығып, үҙемде һынап ҡараным. Әммә бурыстарға баттым. Шул мәл минең өсөн һынауҙар күп булды. Кире ҡайтып, 19 йәшемдә Стәрлетамаҡ бейеү театрына солист булып эшкә төштөм. Өс айға һыныу менән алғандар ине. Өс ай эсендә бөтә репертуарҙы өйрәнеп эшләп киттем. Бер ваҡыт Рөстәм Ғиззәтуллин менән кәңәшләштем. Ул продюссер булараҡ шоу программаһы эшләргә тәҡдим итте. Теүәкәллекме, әллә хыялыйлыҡмы, белмәйем, мин "Башҡортостан" концерт залында шоу эшләргә ҡарар иттем. Ике номерым бар ине, ҡалғанын билет һатылып бөткәнсе эшләнек. Халыҡҡа оҡшаны. Шулай итеп, Рөстәм ағай менән "Зәйнетдин" этно-шоу проекты булдырҙыҡ.
— Һинең балалар менән эшләгән программаң да бик уңышлы. Бындай проект дауам итәсәкме? — Эйе, әлбиттә, дауам итәсәк. Киләсәктә, бәлки, балалар өсөн үҙебеҙҙең мәктәбебеҙҙе лә булдырырбыҙ, тип уйлайым.
— Заһир, һин — ике бала атаһы. Балаларыңа тәрбиә биргәндә ниндәй тәрбиә биреү юлын үҙ итәһең?
— Иң мөһиме: минең балаларым башҡорт телен белеп, мәҙәниәтебеҙҙе күңеленә һеңдереп үҫә. Милли код шәхес булып формалашҡанда ҙур йоғонто яһай. Сабый саҡтан ҡаныма һеңгән башҡорт йыр, бейеү, ҡурайы мине үҫтерҙе. Тимәк, атайым менән әсәйемдең ҡасандыр миндә тыуҙырған сәнғәткә һөйөү һәм, әлбиттә, үҙемдең тырышлығым, ныҡышлығым бөгөнгө уңыштарыма килтергәндер. Балаларыма ла шундай тәрбиә бирергә тырышам! Бала саҡта, "Аманат"тың бөтөн постерҙарын йыйып, соланыбыҙға йәбештереп сыҡҡан инем. Бала саҡта яратҡан журналымды уҡыусыларына уңыштар теләйем.
Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.