0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
27 Ғинуар 2024, 14:05

Маркетплейс менән эш ит!

Интернет селтәрендә йәнең ни теләй, шуны табырға ла, алырға ла була. Ә бына үҙең һатырға уйлаһаң, нишләргә?Электрон коммерция E-commerce тигән инглиз һүҙе менән атап йөрөтөлә. E-commerce Рәсәйҙә бигерәк тә “тажлы вирус” ҡоторған осорҙа киң таралыу алды. Кеше рәхәткә тиҙ өйрәнә бит. Шик­ләнә-шикләнә булһа ла, аптырғандан ғына интернет-сауҙа хеҙмәттәрен файҙалана башлаған кешеләр, анһатлығын белеп, рәтенә төшөнөп алғас, баш-көллө шуға сумды ла китте.

Маркетплейс менән эш ит!
Маркетплейс менән эш ит!

Интернет селтәрендә йәнең ни теләй, шуны табырға ла, алырға ла була. Ә бына үҙең һатырға уйлаһаң, нишләргә?
Электрон коммерция E-commerce тигән инглиз һүҙе менән атап йөрөтөлә. E-commerce Рәсәйҙә бигерәк тә “тажлы вирус” ҡоторған осорҙа киң таралыу алды. Кеше рәхәткә тиҙ өйрәнә бит. Шик­ләнә-шикләнә булһа ла, аптырғандан ғына интернет-сауҙа хеҙмәттәрен файҙалана башлаған кешеләр, анһатлығын белеп, рәтенә төшөнөп алғас, баш-көллө шуға сумды ла китте.
Беҙҙең йылғыр заман яңынан-яңы мөмкинлек­тәр сығарып тора. Һуңғы йылдарҙа маркетплейс­тар иҫ киткес әүҙемләште. Дәрт итһәң, маркетплейс һатыусыға ла, алыусыға ла бик уңайлы нәмә ул.
“Вайлдберриз”, “Озон” тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, арағыҙҙа хатта ҡулланыусылар ҙа байтаҡтыр. Был икәү – Рәсәйҙәге иң ҙур маркетплейстар. “Aliexpress” та шундай уҡ маркетплейс, тик ул бөтә донъяны солғаған берәмек.
Маркетплейс – һатыу итә торған онлайн-майҙансыҡ ул, йәғни онлайн-витрина. Һтатыусылар өсөн – тауар һатыу урыны, һатып алыусылар өсөн – урам магазиндары буй­лап хәлдән тайып йөрөмәйенсә генә тауар һайлау һәм алыу урыны. Маркетплейстар ғәмәлдә аралашсы вазифаһын башҡара, сөнки үҙенең тауары юҡ, әммә келәттәре бар. Һатыусыларҙың тауарын ҡабул итә, тауар тураһындағы мәғлүмәтте сайтына урынлаштыра. Ул һатыусы менән алыусыны бәйләй. Клиент тауарға заказ бирһә, уны келәттән һатып алыусы барып алырлыҡ урынға илтә. Хәҙер ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә “Вайлдберриз”, “Озон” кеүек маркетплейстарҙың тауар ҡабул итеү һәм биреү пункттары эшләй. Әйткәндәй, был пункттарҙы ла шәхси эшҡыуарҙар аса.
Тауарҙы өйгә илтеү хеҙмәте бар, «Рәсәй Почтаһы» аша ла алырға була.
Маркетплейстарҙың эше ошолай бара:
1. Һатыусы тауарының күмәртәле партияһын келәткә килтереп бирә йә үҙенең келәтендә етерлек күләмдә тауар тота.
2. Тауарҙың фотоһын һәм һүрәтләмәһен маркетплейстың сайтына ҡуя.
3. Маркетплейс тауарҙы һата.
4. Маркетплейс һатыусыға аҡсаны күсерә.
Мәҫәлән, «Озон» һатыусыға уның һатылған тауарҙары аҡсаһын айына ике тапҡыр күсерә.
Әлбиттә, маркетплейстар бушҡа эшләмәй. Улар үҙ хеҙмәте өсөн түләү ала. Түләү төрҙәре:
1. Һатылған берәмектән комиссия алына.
2. Тауарҙы сайтҡа ҡуйыу хаҡы түләтелә.
3. Комиссия ла, сайтҡа ҡуйыу хаҡы ла алыныуы мөмкин.
4. Лид (клиенттың заявкаһы) өсөн түләү алына.
Һәр маркетплейс ошо төрҙәрең берәйһен һай­лап, үҙ шарттарын булдыра.
Шулай итеп, маркетплейс менән хеҙмәттәш­лек итһәң, күп мәшәҡәттән ҡотолаһың. Һатып алыусылар әҙер, үҙеңә хеҙмәткәрҙәр тотоу һәм бухгалтерия кәрәк түгел. Тауарыңды күрһәтеү мөмкинлеге лә күпкә арзанға төшә һәм бик еңелләшә, сөнки быны маркетплейс үҙе эшләй. Хатта тауарыңды сит илгә үҙең оҙатып мәшәҡәтләнмәйенсә генә сит ил баҙарына сығыу мөмкинлеге лә бар.
Әммәләре лә етерлек. Бик ябай булһа, бөтәбеҙ ҙә маркетплейстар аша һатып тик ултырыр инек.
  Комиссия күләме 3-тән 70 процентҡаса тирбәлә.
  Конкуренция ҙур, эре сауҙагәрҙәр араһында юғалып ҡалыу бер ни тормай.
  Маркетплейс ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ. Боҙ­һаң, штраф һалалар, йә тауарҙарыңды күрһәтеү­ҙе туҡтаталар.
  Үҙеңдең йә маркетплейстың келәтендә ҙур тауар партияһын тотоу мотлаҡ. Һинең заказ биреп тауар алдыртҡаныңды көтөп тормайҙар.
Маркетплейстар менән эшләү өсөн юридик бе­рәмек, йә теркәлгән шәхси эшҡыуар булыу мот­лаҡ. Физик берәмектәр һәм үҙмәшғүлдәр менән эш итмәйҙәр.
Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 3-сө бүлегенә ярашлы, хоҡуҡ һәләтлелеккә эйә, балиғ булған һәр кем шәхси эшҡыуар булып теркәлә ала. Йәғни 18 йәшең тулыу зарур.
Әммә опека һәм бағыусылыҡ органдары йә суд ҡарары менән тулыһынса хоҡуҡ һәләтлелегенә эйә тип табылған үҫмерҙәр, ә ата-әсәһе рөхсәте булһа, хатта 14 йәшлектәр шәхси эшен аса ала.
Миләүшә КАМАЛОВА.

Фото: асыҡ интернет селтәренән алынды

Маркетплейс менән эш ит!
Маркетплейс менән эш ит!
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: