-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
30 Сентябрь , 13:37

Корей мәҙәниәтен һөйөүселәр бөгөн Кей-поперҙар көнөн билдәләй

30 сентябрҙә донъяның корей поп-музыкаһын һәм мәҙәниәтен һөйөүселәре Кей-поперҙар көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан Wildberries Russ аналитиктары Рәсәйҙең кей-поп тауарҙары бигерәк тә шәп һатылған төбәктәрен асыҡлаған. Башҡортостан бармы ул исемлектә?

Корей мәҙәниәтен һөйөүселәр бөгөн  Кей-поперҙар көнөн билдәләй
Корей мәҙәниәтен һөйөүселәр бөгөн Кей-поперҙар көнөн билдәләй

Бар.
Быйыл йыл башынан алып Рәсәйҙә кей-поп тауарҙарын һатыу күләме былтырғы 9 ай менән сағыштырғанда 60 процентҡа артҡан. 
Иң үтемле тауарҙар – китаптар, дискылар, шунан – яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағы, уйынсыҡтар, бижутерия, байрам тауарҙары, кейем, аксессуарҙар, һауыт-һаба, ҡул эштәре өсөн кәрәк нәмәләр, интерьер биҙәгестәр.
Һуңғы бер йыл эсендә һатып алыусылар һаны буйынса тәүге унау иҫәбендә:
иң алда Мәскәү, артабан – Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Санкт-Петербург, Ростов өлкәһе, Татарстан, Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Силәбе өлкәһе, Дағстан.

Сығанаҡ

Фото: ЯА

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: