Ҡалғаны – “тәрән интернет”, унда бик-бик ҙур бирелмәләр базаһы, архивтар, башҡа йәшерен ресурстар ята. Эҙләгестәрҙең өҫтә генә йөрөгән һәрмәүестәре уларға барып етә алмай.
Хас тәрәндәрҙән-тәрән океан кеүек икән ул интернет. Океандың да өҫтөндәгене генә күрәбеҙ, ә төпкөл сөңгөлдәрҙендә кеше белмәгән серҙәр һаҡлана.
Интернетта көн һайын 170 меңдән 252 меңгә тиклем яңы сайт хасил була. Уларҙың күп өлөшө бер ҡасан да таралыу һәм танылыу тапмай. Күпселеге ташлап ҡуйыла. Йәғни интернетты ташландыҡ сайттар зыяраты тип та атап була.
Әйткәндәй, тәүге сайт 1991 йылда яһалған һәм ул әле лә эшләп тора.
(Башҡортостан Дәүләт идаралығын цифрлы үҫтереү министрлығы мәғлүмәттәренән).