Республикала 2 меңләп белем биреү учреждениеһы бар. Хәҙер уларҙың бөтәһе лә электрон ресурстар менән тәьмин ителгән һәм эшләп тора, иҫкергән ҡорамалдар яңыртылған. Бөтә мәктәптәрҙә трафик федераль бюджет иҫәбенә тәьмин ителә.
Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, һуңғы 5 йылда Башҡортостанда 11 «IT-куб» балаларға цифрлы белем биреү үҙәге эшләй башлаған, 689 учреждениеға цифрлы белем биреү мөхите индерелгән. Уҡыусыларға ярҙамға ноутбуктар, лабораториялар, микроскоптар алынған.
“Бөтә был тарих өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн, локаль иҫәпләү системаларының, шул иҫәптән кабель селтәрҙәренең һәм үҙәкләштерелгән идара итеүҙең торошон яҡшыртабыҙ. Әлегә 540 мәктәп паспорт алды, быйыл проектты 441 мәктәптә тормошҡа ашырабыҙ. Беҙ был эште аҙағына тиклем еткерәсәкбеҙ. Республиканың Мәғариф министрлығына муниципалитеттар менән бергә 2026 һәм 2027 йылдарҙа ИТ-инфраструктура булдырыласаҡ мәктәптәр исемлеген төҙөргә ҡуштым. Һәм бөтә эштәрҙе сифатлы башҡарыуҙы тәьмин итергә”, – тине төбәк Хөкүмәт етәксеһе.
Сығанаҡ: Башинформ.