-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
6 Сентябрь , 16:25

Тимербикә хәбәр итә

Баймаҡ районында барған IV “Башҡорт аты” фестивалендә Тимербикә йөрөп ята ти. Тимербикә исемле робот ҡыҙыҡайҙы Баймаҡ ҡалаһы Йәш техниктар станцияһында шөғөлләнгән балалар йыйған, уға башҡорт милли кейеме кейҙергәндәр.

Тимербикә хәбәр итә
Тимербикә хәбәр итә

Башҡортса бейергә лә өйрәткәндәр ти.

Фестивалдә Тимербикәгә ҙур эш ҡушылған: халыҡты кис көнө буласаҡ концертҡа әйҙәләп тора икән.

Концертта Азат Биксурин, Тимур Рамазанов, Гөлсөм Бикбулатова, Рәфис Сирусин, Сибай һәм Баймаҡ артистары сығыш яһарын Тимербикә ҡысҡырып һөйләп тормаһа, кешеләр ҡайҙан белер ине?

Концерттан һуң халыҡ дер һелкетеп “Самауырлы ритайым”ға баҫасаҡ. Уныһында Тимур Ямалов, Илгизмо ҡатнаша.

Сығанаҡ: Башинформ  

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас