-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
5 Ноябрь , 15:40

MAX балаларҙы ямандан һаҡлай

Илдә балаларҙы насар хәбәрҙәрҙән, бысраҡтан, хәүефтән һаҡлау йүнәлеше көсәйә бара. Быға тиклем киң ҡулланыла килгән сит ил мессенждерҙары һәм социаль селтәрҙәрендә шәхси мәғлүмәттәр һаҡланыуына өмөт юҡ. Шул иҫәптән балаларға ҡарата ла бер ниндәй гарантия юҡ.

MAX балаларҙы ямандан һаҡлай
MAX балаларҙы ямандан һаҡлай

Әле Рәсәйҙең Цифрлы үҫеш министрлығы балаларға махсус тәғәйенләнгән сим-карталар индерергә йыйына.  Уны тик ата-әсә ризалығы менән генә алырға һәм ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Бындай симка ата-әсәгә балаһының ҡайҙалығын автоматик күрһәтеп торасаҡ. Йәнә ул балаларға ярамаған контентты бикләйәсәк.

Быйыл ғына сыҡҡан MAX мессенджеры ла  балалар өсөн иң хәүефһеҙ урын тип һанала.  Мәҫәлән, уның «Приватность» тигән бүлегендә үҙеңдең телефон кенәгәңдә булған кешеләр менән генә шылтыратышыу мөмкинлеген көйләү  мөмкин. Ситтәр балаға шылтырата алмаясаҡ.

Киберҡараҡтар MAX-ҡа ла эләгә, ләкин уларҙы асыҡлап, бикләп торалар. Быйыл июлдә генә лә 10 меңдән ашыу ҡараҡ номеры бикләнгән.

MAX-та “Тревожная кнопка” бар. Шикле хәбәр алһаң, был хәбәргә оҙағыраҡ баҫып торорға кәрәк. Меню асыла, унда “пожаловаться” юлына төртөргә һәм сәбәпте күрһәтергә кәрәк.

Фото: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: