Интернетта фейк күп. Max мессенджеры тураһында ла ялған тулып ята. Имеш, Max-ты смартфоныңа ҡуйһаң, һинән һорап та тормайынса уның бөтә функцияларына ҡушыла һәм шпион программаһы кеүек эшләй башлай. Имеш, Android операцион системаһында телефондағы бөтә мәғлүмәтте уҡый.
Ысынында нисек һуң? Max, бөтә мессенджерҙар кеүек үк, ҡушымтаның дөрөҫ эшләүе өсөн кәрәк булған нәмәләргә генә рөхсәт һорай. Мәҫәлән, контакттарға тоташыу – аралашыу өсөн, микрофонға, камераға тоташыу – видеошылтыратыуҙар өсөн, һаҡлағысҡа тоташыуға рөхсәт файлдар ебәреү өсөн кәрәк. Бөтәһе лә аңлайышлы.
Башҡа популяр ҡушымталар менән сағыштырайыҡ. Whatsapp мессенжерында – 85 рөхсәт, Telegram–да 71 рөхсәт эшләп тора, ә Max-та – 63.
Рәсми веб-сторҙарға урынлаштырыр алдынан һәр ҡушымта мотлаҡ тикшереү үтә. Магазин ҡушымта һораған бөтә рөхсәттәрҙең нигеҙлелеген тикшерә.
Ҡыҫҡаһы, Max-тан өрәк, монстр яһарға тырышыусылар бар. Уларҙың маҡсаттарын аңларға була. Ҡайһыларына Max – конкурент, ҡайһыларына (аферистарға, киберуғрыларға) беҙҙе таларға ҡамасаулай. Беҙгә аңлашылып бөтмәгән сәбәптәр ҙә барҙыр. Нисек кенә булмаһын, Рәсәй программистары тарафынан рәсәйҙәр өсөн эшләнгән мессенджер ышаныслыраҡ булыр.