0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
2 Ғинуар , 06:25

Ҡулына смартфон тотоп тыуған балалар заманы

2012–2025 йылдарҙа тыуғандарҙы альфа быуыны тип йөрөтәләр. Тыуыу менән цифрлы донъяға сумған тәүге быуын ул. Ҡулына смартфон тотоп тыуған, тип тә әйтәләр улар тураһында. “Ростелеком” компанияһы ошо балаларҙың онлайндағы тәртибен һәм яңы технологияларҙы нисек файҙаланыуын өйрәнгән. Киң күләмле бындай тикшеренеү тәүге тапҡыр үткәрелгән һәм замана балалары тураһында бик ҡыҙыҡлы факттар асыҡланған.

Ҡулына смартфон тотоп тыуған  балалар заманы
Ҡулына смартфон тотоп тыуған балалар заманы

Балалар һәм интернет
4–8 йәшлектәрҙең 70 проценттан ашыуы интернетты көн дә файҙалана. 12–17 йәшлектәр араһында мессенджерҙар, социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыу, музыка тыңлау ныҡ таралған. Рәсәйҙә үҫмерҙәр көн һайын уртаса 6,5 сәғәт ваҡытын (ял көндәре тағы ла күберәк) интернетта үткәрә.
Балалар нигеҙҙә видео ҡарау, компьютер һәм мобиль уйындар уйнау, аралашыу, социаль селтәрҙәр менән мәшғүл. Иң популяр платформалар – TikTok, YouTube һәм Telegram. VK Видео һәм Rutube-тың да абруйы арта бара.
Күптәр уйын ярата
7 миллионлап бала айына бер тапҡыр булһа ла (2024 йылдың авгусына ҡарата һандар) ваҡытын уйын ресурсарында үткәрә. Уйын менән мауыҡҡан балалар көнөнә уртаса 67 минутын геймингҡа арнай. 2024 йылдың авгусында 12–17 йәшлектәр араһында Roblox иң популяр уйын платформаһы булған. Киң функционаллы был платформа, балалар бик яратҡан Minecraft кеүек үк, уҡытыуҙа, шулай уҡ мәктәптәрҙә ҡулланыла.
Интернет – белем сығанағы
Онлайн белем алыу балаларға киң мөмкинлектәр аса. Тикшеренеүҙә ҡатнашҡан 4–17 йәшлектәрҙең 29 проценты белем биреү сайттары, цифрлы дәреслектәр, әсбәптар, тестарҙы файҙалана, 21 проценты интернетта лекциялар һәм дәрестәр ҡарай. Өлкәнерәктәр араһында был һандар юғарыраҡ, әлбиттә. 12–17 йәшлектәрҙә – 39 һәм 32 процент. Онлайн белем алыу ТДИ менән БДИ-ға әҙерлекте кенә түгел, ә робот техникаһы, программа яҙыу, нейроселтәрҙәр һәм яһалма аң менән эш итеү кеүек инновацион йүнәлештәрҙе лә солғай.
Цифрлы мөхит хәүефтәре
Цифрлы мөхиттә хәүефтәр ҙә күп. Бына шуларҙың төп 10-ауһы:
- интернетҡа бәйлелек
- фейктар, ялған мәғлүмәттәр
- шок контент
- уйынға бәйлелек
- кибермутлашыуҙар
- вирустар, зарарлы программа тәьминәте
- порнография
- ЛГБТ (РФ-та экстремистик таип табылған һәм тыйылған хәрәкәт)
- рәнйетеү, буллинг
- хәүефле челлендждар.
Тикшеренеү күрһәтеүенсә, төрлө йәш төркөмөнә ҡарап, балаларҙың 54–80 проценты цифрлы хәүефтәрҙең ҡайһы берҙәре менән осрашҡан. Бала үҫкән һайын бындай хәлдәр арта бара. Тикшеренеүселәр фекеренсә, балаларға цифрлы хәүефтәр тураһында кесерәк йәштә үк һөйләй башларға кәрәк.
Күптәр хәүефкә ҡаршы тора белә
Балаларҙың күбеһе цифрлы донъя хәүефтәре тураһында хәбәрҙар һәм унан һаҡлана беләләр. Нисек һаҡланыуҙары тураһындағы һорауға яуаптары:
- таныш булмаған кешеләр менән аралашма­йым
- шәхси мәғлүмәттәремде ҡалдырмайым
- шикле программаларҙы күсереп алмайым
- һәм ҡуймайым
- мессенджерҙарҙа телефон номерымды күрһәтмәйем
- йортомдоң фотоһын/видеоһын һалмайым
- торған урынымды йәшерәм һ.б.
Тауышлы ярҙамсылар, чат-боттар, яһалма аң менән дуҫтар
Альфа быуыны яңы технологиялар – яһалма аң, тауышлы ярҙамсылар, VR һәм башҡаларҙы тыумыштан иркен файҙалана. 2024 йыл аҙағына балалар һәм үҫмерҙәрҙең яртыһынан ашыуы төрлө мәсьәләләрҙе сисеү һәм хәл итеү өсөн яһалма аңды ҡулланған, шуларҙың 80 проценты чат-бот ярҙамында эш иткән.
Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең 80 проценттан ашыуы тауышлы ярҙамсыларҙы файҙалана, шул иҫәптән – аҡыллы колонкалар аша ла (был ҡорамалдар тикшеренеүҙә ҡатнашҡан ғаиләләрҙең 40 проценттан ашыуында бар).
2014 йылдан һуң тыуғандар ҙурыраҡ балаларға ҡарағанда тауышлы ярҙамсыларҙы киңерәк файҙалана, сөнки улар тыуған мәлгә бындай колонкалар сыҡҡайны инде.
Бәләкәйҙән банк карталары йөрөтәләр
Хәҙерге балалар банк сервистары менән дә бәләкәйҙән таныш. Банк карталары мәктәп уҡыусыларының яртыһында бар. Картаға бәйле хәүефтәр – мутлыҡ ҡорбаны булыу, дропперлыҡҡа йәлеп ителеү.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас