Башҡортостан уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн MAX мессенджерында Elschool порталының чат-боты ең һыҙғанып эшләп тора. Чат-бот ата-әсәләрҙе һәм уҡыусыларҙы электрон белем биреү мөхитендәге мәғлүмәттәргә алып инә.
MAX платформаһы уңайлы сервистар менән тулылана бара. Башҡортостанда Электрон көндәлек – иң киң ҡулланыла торған ресурс. Ә Elschool порталы уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға белем биреү барышын онлайнда күҙәтеп барыу мөмкинлеген бирә.
Elschool порталының чат-боты уҡыусы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе табыша.
Иҫегеҙгә төшөрәйек: чат-ботты ҡулланыу өсөн телефон номерын MAX платформаһында «Сферум» системаһы аша бәйләргә кәрәк. «Сферум»дан махсус код килгәс, ата-әсәләргә һәм уҡыусыларға электрон серивсҡа «ишек» асыла. Уҡыусы тураһында төп мәғлүмәттәр (исем-фамилияһы, синыфы, мәктәбе), дәрестәр теҙмәһе, предметтар буйынса билдәләре, дәрес ҡалдырыу тураһында мәғлүмәттәр асыла.
Мәктәптә бер нисә балаһы уҡып йөрөгән ата-әсәләр уларҙың һәр береһенә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе күрә.
Сығанаҡ: Башинформ.