+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
АмаNet
10 Апрель , 15:53

“ГигаЧат” нейроселтәре башҡортса өйрәнгән

Яһалма аң Рәсәй халыҡтары телдәрен үҙләштерә. Нейроселтәр ҡулланған телдәрҙең һаны 30-ҙы ашҡан.

“ГигаЧат” нейроселтәре башҡортса өйрәнгән“ГигаЧат” нейроселтәре башҡортса өйрәнгән
“ГигаЧат” нейроселтәре башҡортса өйрәнгән

Яһалма аң Рәсәй халыҡтары телдәрен үҙләштерә. Нейроселтәр ҡулланған телдәрҙең һаны 30-ҙы ашҡан.

ГигаЧатта, ниндәй телдә теләһәгеҙ, шулай һорау яҙығыҙ, ул шул уҡ телдә яуап бирә. Әлегә яҙма текст аша ғына аралашып була.

Нейроселтәрҙе телдәргә өйрәтеүҙә университеттар, китапханалар, медиа һәм мәҙәни ойошмалар ҡатнашҡан. “Рувики” интернет-энциклопедияһы менән “Рәсәй халыҡтары йорто” һәм төбәктәрҙең фәнни үҙәктәре партнер булған.

ГигаЧат веб-версияла, Android ҡушымтаһында, мессенджерҙарҙа эшләй.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас