+13 °С
Облачно
АмаNet
15 Апреля , 08:35

Өфө вуз-ара студенттар кампусында Йыһан аҙналығы үтте

Евразия Фән һәм белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара студенттар кампусында Йыһан аҙналығы үтте. Рәсәй Космонавтика федерацияһы ағзаһы, Өфө космос мәктәбе етәксеһе Алексей Аликастың сығышы төп ваҡиғаға әйләнде. Ул йыһан тармағының үҫеше һәм йыһанға оҙайлы сәфәрҙәрҙең киләсәге тураһында ике тематик блок үткәрҙе.

Өфө вуз-ара студенттар кампусында Йыһан аҙналығы үттеӨфө вуз-ара студенттар кампусында Йыһан аҙналығы үтте
Өфө вуз-ара студенттар кампусында Йыһан аҙналығы үтте

Евразия Фән һәм белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара студенттар кампусында Йыһан аҙналығы үтте. Рәсәй Космонавтика федерацияһы ағзаһы, Өфө космос мәктәбе етәксеһе Алексей Аликастың сығышы төп ваҡиғаға әйләнде. Ул йыһан тармағының үҫеше һәм йыһанға оҙайлы сәфәрҙәрҙең киләсәге тураһында ике тематик блок үткәрҙе.

“Хыялдан беренсе спутникка тиклем” лекцияһына килгән үҫмерҙәр һәм йәштәр космонавтиканың эволюцияһын күҙәтте. Константин Циолковскийҙың теорияһынан башлап Ерҙең беренсе яһалма юлдашын осороуға тиклем ваҡиғаларҙың барышы тураһында күп мәғлүмәт алдылар, тармаҡтың үҫешен тәьмин иткән инженерлыҡ сиселештәре тураһында һөйләштеләр.

Икенсе тема – “Орбитала күпме йәшәргә була?” – Халыҡ-ара космос станцияһында йәшәү, осоштарҙың кеше организмына йоғонтоһо, планета-ара оҙайлы сәфәрҙәрҙә аралашыу сикләнгәнлегенең психологик йоғонтоһо мәсьәләләрен яҡтыртты.

“Йыһан аҙналығы”ның ғәмәли өлөшөндә ҡатнашыусылар моделләүҙә, креатив индустрияларҙа үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡараны.

“Киләсәк модаһы” оҫталыҡ дәресе лә ҡыҙыҡлы булды. Дизайнерҙар һәм технологтар башҡа планеталарҙы үҙләштергән мәл кейемдәренең концепцияһын тәҡдим итте. Ул кейемдәр уңайлы булырға, агрессив мөхиттән һаҡларға тейеш. Уларҙы тегеүҙә инновацион материалдар ҡулланыла.

“Космос инженерҙары сәфәре” тигән интенсив барышында виртуаль реаллектә ҡатмарлы техник процестарҙы моделләү, виртуаль системаларға идара итеү, йыһан мөхитенә яҡын шарттарҙа инженерлыҡ мәсьәләләрен сисеү мөмкин булды.

“Остоҡ, кампус!” интеллекталь уйыны квиз рәүешендә үтте, унда ҡатнашыусылар йыһан тураһындағы  белемдәрен күрһәтте.

Бәләкәстәр өсөн “Йыһанға аниматорҙар менән сәйәхәт” интерактив программаһы ойошторолдо.

Аҙналыҡ йәш быуындың аэрокосмос темаһына, инженерлыҡ йүнәлештәренә һәм заман технологияларына киң ҡыҙыҡһыныуын  күрһәтте.

Сығанаҡ: Башҡортостан Мәғариф министрлығы.

 

Өфө вуз-ара студенттар кампусында Йыһан аҙналығы үтте
Өфө вуз-ара студенттар кампусында Йыһан аҙналығы үтте
Өфө вуз-ара студенттар кампусында Йыһан аҙналығы үтте
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас