

Мәскәүҙә «24 bit» Бөтә Рәсәй медиаижад һәм программа яҙыу конкурсына йомғаҡ яһалды. Финалға бөтә илдән 600-ләп һәләтле уҡыусы йыйылды. Башҡортостандан «Веб-эшләнмә» номинацияһына «Мәктәп 21. Башҡортостан» ойошмаһының балалар йүнәлешендә шөғөлләнеүселәр ҡатнашты. Улар дүрт призлы урын алды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Конкурс ике йәш төркөмөндә үтә:
- 7–13 йәш,
- 14–18 йәш.
Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштеләр:
— ПЕРВУШИН Марк — 1-се урын (7–13 йәш), «Ишек торошона мониторинг» проекты;
— ӘХМӘТОВ Арыҫлан— 1-се урын (14–18 йәш), «Тексты анализлау һәм суммаризациялау өсөн веб-сервис» проекты;
— КРЫЛОВ Эрнест— 2-се урын , «Онлайн-һүрәт төшөргөс» проекты;
— ИХТИСАМОВ Кәрим— 3-сө урын, «Электрон көндәлек» проекты.
БР мәғариф министры урынбаҫары Наталья Никитина билдәләүенсә, уҡыусыларҙың уңышы – белем биреүҙе системалы алып барыу һөҙөмтәһе.
«Уҡыу йылы барышында балалар „Мәктәп 21. Башҡортостан“»да өҫтәмә рәүештә „Python-да программа яҙыу, әйберҙәр интернеты һәм машинаның күреү нигеҙҙәре“ тигән профиль программаһын үҙләштерҙе», — ти Наталья Никитина.
Балалар «Мәктәп 21. Башҡортостан»да түләүһеҙ белем ала. Әле балалар йүнәлешендә 12–14 йәшлек 122 бала ҡатнаша. Киләһе уҡыу йылына ҡабул итеү йәйге һайлап алыу интенсивынан һуң үтәсәк.
Белешмә
«Мәктәп 21+» Вуз-ара студенттар кампусында «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында эшләй.
*
«24 bit» конкурсы «Техник фекерләү траекторияһы -2025» Бөтә Рәсәй фәнни-техник уҡыусылар ижады асыҡ фестивале сиктәрендә үтте. Фестиваль Рәсәй Мәғариф министрлығының 2024/25 уҡыу йылы олимпиадалары һәм ижади конкурстары исемлегенә ингән.
Фото: БР Хөкүмәте / матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башинформ.