

«Школа 21. Башҡортостан» уҡыусыларҙы яһалма аңды ҡулланыу буйынса түләүһеҙ интерактив программаларға һәм оҫталыҡ дәрестәренә саҡыра.
Программа сараһы эш көндәрендә 1 сәғәтлек экскурсия рәүешендә үтә. Экскурсиялар 12 сәғәттә һәм 14 сәғәттә башлана.
Был дәрестәрҙә уҡыусылар:
яһалма аң мөмкинлектәре менән танышасаҡ;
ЯА-агенттың ҡәҙимге ЯА-моделдән нимә менән айырылыуын аңлаясаҡ;
үҙҙәренең ЯА-агентына бурыс ҡуясаҡ;
уның эш сценарийын төҙөйәсәк;
промпт яҙасаҡ;
GigaChat-та үҙ прототибын йыясаҡ;
ЯА-агентҡа тест үткәреп, уның тәртибендәге хаталарҙы табасаҡ, кире бәйләнеш нигеҙендә ҡулланманы яҡшыртырға өйрәнәсәк.
Һөҙөмтәлә һәр ҡатнашыусы үҙенең ИИ-агенты идеяһына, диалог сценарийына, система промптына һәм эшләп торған прототибына эйә буласаҡ.
«Школа 21+» Вуз-ара студенттар кампусында «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында асылды.
Сығанаҡ: БР мәғариф министрлығы.