-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
12 Сентябрь 2022, 13:17

Ай, һылыу!

"Ҡарасай" һылыуҡайҙары менән танышайыҡ.  Дуҫтар, "Ай һылыу" конкурсына һеҙҙән дә сифатлы фотолар менән мәғлүмәттәр көтөп ҡалабыҙ!  

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!

1. Азалия Аминова. Өфө ҡалаһынан. 11 йәш.

“Буш ваҡытымда төрлө үләндәрҙән, сәскәләрҙән коллекция йыйам. Әхирәттәрем менән самокатта йөрөйбөҙ, волейбол уйнайбыҙ. Киләсәктә визажист, косметолог булырға теләйем”.

2. Сабина Заһирова. Учалы районының Ураҙ ауылынан.

“Мин спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашам. Ә бейеү – минең иң яратҡан шөғөлөм. Сәхнәлә үҙ-үҙемде онотоп, бар күңелемде һалып, сығыш яһайым. Район, ҡала конкурстарында тик призлы урындар яулайым.  Киләсәгемде сәхнә менән бәйләмәһәм дә, бейеүҙе мәңге ташламаясаҡмын”.

3. Полина Ахмедова. Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылынан.

“Буҡ ваҡытымда аниме ҡарайым, әсәйемә ярҙамлашам.  Каратэ, киокусинкай түңәрәгенә яратып йөрөйөм. Киләсәктә тормошомдо  спорт юлы менән бәйләргә хыялланам”.

4. Сәлимә Яҡупова. Өфө районының Шамонин ауылынан.

“Буш ваҡытымда әсәйемә ярҙамлашам, һеңлеләремде ҡарашам.  “Дарман” бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәм. Киләсәктә бәлки билдәле бейеү оҫтаһы  булырмын, Алла бойорһа”.

5. Ралина Ибатуллина. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.

“Мәктәптә мин тырышып уҡыйым, төрлө ярыштарҙа ҡатнашам. Буш ваҡытымда төрлө темаларға һүрәттәр төшөрәм”.

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: