-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
13 Октябрь 2022, 16:00

Ай, һылыу!

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ. 

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!

1) Әлиә Ғибәҙәтова. Әбйәлил районының Красная Башкирия ҡасабаһынан.

“Миңә –15 йәш. 9-сы синыфта тик яҡшы билдәләргә генә уҡыйым.  Буш ваҡытымда бейергә, китаптар уҡырға, әсәйемә ярҙамлашырға, тәмлекәстәр бешергә яратам. Бесәйҙәр яратам шуға күрә, киләсәктә  мал табибы булырға теләйем”.

2) Айһылыу Миһманова.  Әбйәлил районының Таштимҽр ауылынан.

“ Буш ваҡытымда  һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға, башҡорт тҽлҽндә шиғырҙар ятларға яратам. Уҡыуҙа уңыштарым яҡшы, район кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашам, прзлы урындар алам”.

3) Сильвия  Ғәлимова. Салауат районының Малаяҙ ауылынан.

“Музыка мәктәбенә бейеү һәм рәсем түңәрәгена йөрөйөм.  Яратҡан дәрестарем-башҡорт теле, математика! Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратам. Ҡыш көндәре тышта сана, саңғы шыуыу оҡшай”.

4) София Ишбирҙина. Өфө ҡалаһынан.

“Миңә – 5 йәш.  166-сы башҡорт балалар баҡсаһына йөрөйөм.  Мин Өфө ҡалаһының балалар филормонияһында  Гөлсинә Мөхәмәҙиева етәкселегендәге “Бәхет”  вокал коллективына,  “Иҙел”  хореография түңәрәгенә һәм Линара Таһированың  BASHBEAUTY  студияһына яратып йөрөйөм. Буш ваҡытымда атайым менән һыбай йөрөргә, уҡтан атырға яратам. Киләсәктә матурлыҡ салонының директоры буласаҡмын”.

5) Фирүзә Янбаева.  Белорет районының  Инйәр ауылынан.

“Миңә – 13 йәш.  Ял көндәрендә мин әсәйемә ярҙамлашам, иҙән, һауыт-һабалар йыуам. Буш ваҡытта һүрәт төшөрәм, "Аманат" журналын уҡыйым. Ҙурайғас, табип булырға теләйем”.

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: