Лиана Мәхмүтова. Бөрйән районы Әбдҽлмәмбәт ауылынан.
“8- сҽ синыфта тик "4"-лҽ һәм "5"-лҽ билдәләрҽнә гҽнә уҡыйым. Йырларға, бҽйҽргә, китап уҡырға, спорт мҽнән шөғөлләнҽргә, уҡтан атырға, тәмлҽкәстәр бҽшҽрҽргә яратам. Ай һайын “Аманат” журналының яңы һанын көтөп алып, яратып уҡыйым”.
Дилә Мөхәмәтйәрова. Әбйәлил районының Асҡар ауылынан.
“Миңә – 6 йәш. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен ҡабатлап бейергә яратам, төрлө-төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға дәртлемен. Шулай уҡ дуҫтарым менән өй булыш, уҡытыусы, йәшенмәк кеүек уйындарҙы уйнарға яратам.
Самира Зарипова. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан.
“Миңә - 6 йәш. Ләйсән балалар баҡсаһына йоройөм. Бейеү минең өсөн иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Кистән ғаиләмә көн дә бәләкәй генә концерт ойошторам йырлайым, бейейем. Шулай уҡ башватҡыстар сисергә, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын уҡырға яратам”.
Лиана Йомабаева. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
“Миңә - 7 йәш. Стәрлетамаҡ ҡалаһында 21-се һанлы балалар баҡсаһына йөрөйөм. Һүрәт төшөрөү, бейеү түңәрәктәрендә яратып шөғөлләнәм.
Әсәйемә өй эштәрендә ярҙамлашам”.
Әмирә Ғәлиева. Дүртөйлө ҡалаһынан.
“Миңә – 9 йәш. Дүртөйлө ҡалаһының 5- се урта мәктәбенең 3 синыфында якшы билдәләргә генә уҡыйым. Йөзөү, инглиз телең өйрәнеү түңәрәктәрендә шөгөлләнәм”.