-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
6 Март 2023, 16:07

"Көҙәй һылыуы" матурлыҡ конкурсы уҙҙы

Бәйгелә Көҙәй ырыуына ҡараған Нуримандың үҙенән тыш, Иглин, Белорет райондарынан йәш ҡыҙҙар ҡатнашты.

"Көҙәй һылыуы" матурлыҡ конкурсы уҙҙы
"Көҙәй һылыуы" матурлыҡ конкурсы уҙҙы

Өфө фән һәм технология университеты доценты, Бөтә донъя башҡорттарты ҡоролтайының баш белгесе Нурислам Ҡалмантаев, Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүеф Кәлимуллин, Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лиана Рәхимова, "Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире, шағирә Айгөл Йәмилева-Ғәбитова, Силәбе районы Аша районы башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Рөстәм Сәғиҙуллиндан торған баһалама комиссияһы ҡатнашыусыларҙы нәфис һүҙ оҫталығына, ижади маһирлыҡҡа, зирәклеккә һынаны.

Иҫке Күл ауылы хакимиәте башлығы Зөлфиә Әхмәҙиева был бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙың милләтебеҙҙең киләсәге икәнлеген, киләһе быуынды тәрбиәләү уларҙың ҡулында булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Нуриман районының был ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша, был сара ла уның сиктәрендә ойошторолған.

Ҡыҙҙар береһенән-береһе үҙенсәлекле итеп үҙҙәре менән таныштырҙы, башҡор көйҙәренә бейеү оҫталыҡтарын күрһәтте, билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын тәүге тапҡыр әммә тасуири итеп уҡып нәфис һүҙ оҫталығына көс һынашты. Уларҙың һәр береһе ҡул эшенә лә маһир — мәҙәниәт йортоноң фойеһындағы күргәҙмәнән күҙҙәр ҡамаша.

Сәхнә оҫталығы бер, тыуған ырыуыңдың, ереңдең тарихын белеү ҙә мотлаҡ. Ҡатнашыусылар шулай уҡ Көҙәй ырыуына ҡағылған һорауҙарға ла яуап бирҙеләр.

Гран-при эйәһе итеп бер тауыштан Нуриман районы һылыуы Айзилә Сәҙриева танылды. Беренсе урынға Иглин районынан Әлиҙә Һөйәрбаева, икенсе урынға Нуримандан Алһыу Ғәниева, өсөнсө урынға Иглиндән Сабина Дәүләтшина лайыҡ булды.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: