Нурания Мөхәмәтйәнова. Белорет районының Сермән ауылынан.
“ Миңә – 5 йәш. Балалар баҡсаһына һәм Заһир Исмәғилев исемендәге музыка мәктәбендә бейеү түңәрәгенә йөрөйөм. Төрлө конкурстарҙа үҙен һынап ҡарарға яратам. Буш ваҡытымда йырларға һәм һүрәт төшөрөргә яратам”.
Амалия Сабанбаева. Өфө ҡалаһынан.
“Миңә – 7 йәш. Һүрәт төшөрөргә, йырларға, бейергә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға яратам. “Тамыр” йыр һәм бейеү ансамбленә йөрөйөм. Бәләкәс булһам да әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм. “Аманат” журналын ағайым менән яратып уҡыйбыҙ!”.
Азалия Кәримова. Ғафури районының Юлыҡ ауылынан.
“Миңә – 3 йәш. Балалар баҡсаһына йөрөйөм, һүрәт эшләргә әүәҫмен. Врач апай булып уйнап бесәйемә укол эшләргә яратам. Ағайҙарым менән тышта саф һауала уйнайбыҙ, кискеһен улар миңә “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын уҡый.
Наҙгөл Басырова. Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан.
“ Миңә – 3 йәш. Һүрәт төшөрөү – яратҡан шөғөлөм, бейергә лә әүәҫмен. Иң мөһиме, әсәйемдең ярҙамсыһы, атайыма йыуаныс булып үҫеп киләм. Шулай уҡ төрлө йәнһүрәттәр ҡарарға яратам”.
Дилә Байрамғолова. Әбйәлил районының Дәүләт ауылынан.
“Миңә – 3 йәш. Йырларға, бейергә, яратам. Уйынсыҡтарым менән уйнайым, әкиәт ҡарайым. Әсәйемә өй йыйыштырырға, туҙан һөртөшөргә ярҙам итәм. Апайым менән икәүләп өй булыш, магазинсы уйнайбыҙ, уларға ашарға бешерергә яратабыҙ”.