-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
17 Апрель 2023, 13:06

Һабанай һылыуы

Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА!Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА!

Һабанай һылыуы
Һабанай һылыуы

Айдана  Нурмөхәмәтова.  Салауат районының Малаяҙ ауылынан.

“Миңә – 8 йәш. Малаяҙ башҡорт гимназияһының 2-се синыфында тик яҡшы билдәләргә генә  уҡыйым.  Буш ваҡытымда бейергә, һүрәт төшөрөргә яратам. Әсәйемә ярҙамлашып гөлдәргә һыу һибәм, туҙан һөртәм, һауыт-һаба йыуышам.”

 

Айзилә  Иҙрисова. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан.

“Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнәм. Һүрәт төшөрөргә, йырларға яратам. Әсәйем бешеренә башлаһа, ҡыҫылмайса булдыра алмайым. Ғафури районы Н. Х. Ғәрипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбенең 3 класында уҡыйым. Миңә башҡорт, рус телдәре, математика дәрестәре оҡшай. Туғандарым менән бергәләп кискеһен “Аманат” журналын уҡырға яратабыҙ”.

 

Алина Шәкирйәнова. Өфө районының  Дорогино ауылынан.

“Миңә – 11 йәш. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм. Яратып тхеквондо түңәрәгендә шөғөлләнәм. Өйҙә яҡындарыма төрлө тәмлекәстәр бешереп һыйлайым.  Киләсәктә республикама кәрәкле кеше булырға теләйем”.

 

Дарина Мозафарова.  Иглин районының Ҡарамалы ауылынан.

“Миңә - 9 йәш. 2-се синыфта тик “4” һәм “5” билдәләренә генә белем алам. Буш ваҡытымда йырларга, бейергә, һүрәт төшөрөргә  яратам. Шулай уҡ дуҫтарым менән аралашырға, төрлө! Китаптар уҡырға яратам”.

 

Нәзилә Байрамғолова.  Әбйәлил районының  Дәүләт ауылынан.

“Миңә яҙҙың иң матур апрель айында 6 йәш тула.  Дәүләт ауылының Тылсым балалар баҡсаһына йөрөйөм. Буш ваҡытымда һурәт төшөрәм, йырларға яратам. Әсәйемә ярҙамлашып һауыт-һаба йыуышам, гөлдәргә һыу һибәм, туҙан һөртөшәм”.

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: