Регина МУЛЛАБАЕВА, Белорет ҡалаһынан.
“Мин шахмат уйнарға, йырларға, бейергә яратам. Әсәйемә йорт эштәрендә ярҙамлашам. Ял көндәре ауылға барып, өләсәйемдең хәлен беләм, уға ла ярҙам итәм. Иң яратҡаным йорт хайуандары менән булышыу, уларҙы ашатыу, тәрбиәләү. Баҡсала ла ярҙамлашам, емеш-еләк, йәшелсәләргә һыу һибәм, сүп-сарын утайым.”
Алина ХӘМИТОВА. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан.
“Мин кикбоксинг менән шөғөлләнәм, Айкидо буйынса 9-сы КЮ дәрәжәм бар. Уҡыуҙан тыш, мәктәптә төрлө түңәрәктәргә лә йөрөйөм. Бейергә, һүрәт төшөрөргә, тегенергә, әсәйемә лә ярҙамлашырға өлгөрәм. Әхирәттәрем, дуҫтарым менән йыйылып төрлө уйындар уйнарға яратам”.
Инзилә Исмәғилева. Бөрйән районының Байназар ауылынан.
“Мин буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, әҙәби китаптар уҡыйым, төрлө шиғырҙар ятларға, шиғырҙар ижад итергә, тәмлекәстәр бешерергә яратам. “Аманат” журналын яратып уҡыйым, саф һауала әхирәттәрем менән уйнайым. Өйҙө лә бәхтә тоторға яратам”.
Самира Ҡыуатова. Өфө ҡалаһынан.
“Мин быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барам. Балалар баҡсаһы менән хушлашыуы ныҡ ҡыйын булды, сөнки унда әхирәттәрем дуҫтарым менән аралашыуы, уйнауы күңелле ине. Буш ваҡытымда мин һүрәт төшөрәм, уҡырға өйрәнәм, пластилиндан төрлө һындар әүәләргә яратам”.
Сулпан Саттарова. Ғафури районының Йөҙимән ауылынан.
“Мин буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, тәмле аштар бешерергә һәм китап уҡырға яратам. Киләсәктә һаулыҡ һағында тороусы белгес булырға хыялланам, шуға күрә медицина өлкәһендә уҡырға теләгем бар”.