-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
17 Август 2023, 13:07

Ай, һылыу!

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ.    "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА!Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА:тауыш биреү өсөн ошо ссылкаға керегеҙ  https://vk.com/app7198399_-41010454#poll64ddd71dc3ef319cf65dea79 

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!

"АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА!Һылыуҡайҙар! "Ай, һылыу!" конкурсына хаттарығыҙҙы (йәғни фото менән мәғлүмәтте) электрон почта аша ла, төркөмөбөҙҙөң диуарына ла ҡуя алаһығыҙ! Йә булмаһа ошо номерға 89273318975 бәйләнгән вотсапҡа Сәлимә апайығыҙға ебәрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА:тауыш биреү өсөн ошо ссылкаға керегеҙ  https://vk.com/app7198399_-41010454#poll64ddd71dc3ef319cf65dea79 

 

      Алтынай Әфләтүнова. Әбйалил районның Асҡар ауылынан.

“Миңә -10 йәш. 3-се синыфта уҡыйым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, әсайема ярҙам итам, “Аманат” журналын яратып уҡыйым, саф һауала әхирәттәрем менән уйнайым. Өйҙө лә бәхтә тоторға яратам”.

 

Айлина Нурыева. Учалы районының Имангол ауылынан.

Миңә – 10 йәш.  Учалы ҡалаһының 5-сҽ һанлы мәктәбенең 4-сө "Д" синыфында белем алам. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, бейергә, китап уҡырға, атта һыбай йөрөргә, һеңлем менән уйнарға, әсәйемә ярҙамлашырға яратам.

 

Иҙрисова Гүзәл, 9 йәш, Дорогино ауылы

Мәктәптә тырышып уҡыйым, айырыусы математика фәне оҡшай. Шахмат түңәрәгендә шөғөлләнәм. Рәсем төшөрөргә, төрлө әйберҙәр эшләргә, саңғы шыуырға яратам. Әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм. Өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа барыу оҡшай. Төрлө ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе күҙәтергә. Урманда, яланда йөрөргә яратам.

 

Гөлнәзирә Ғәлиуллина. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан.

“Миңә – 11 йәш. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, бейергә, йырларға яратам. “Тик-ток”ҡа, “Инстраграм”ға ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөп һалам. Әсәйгә тәмлекәстәр бешерергә, баҡсала түтәлдәргә һыу ҡойоп ярҙамлашам.”

 

Розалина  Мөхәмәтшина. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.

“Миңә – 10 йәш. 4-сө синыфты тик яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Математика, урыҫ теле дәрестәрен көтөп алам. Буш ваҡыттарымда китаптар уҡыйым, өләсәйемә ярҙам итәм. Дуҫтарым менән аралашырға яратам. Киләсәктә уҡытыусы булырға хыялланам”.

 

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: