Өфөлә Милли мода йорто асыласаҡ
23 декабрҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа республика Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәлә өҫтөндә эшләргә Мәҙәниәт министрлығына йөкмәтте.
- Башҡортостан – күп милләтле республика. Һәр бер милләттең уникаль милли кейеме бар. Был йолаларҙы һаҡларға, юғалтмаҫҡа, популярлаштырырға тейешбеҙ, - тине төбәк Башлығы.