Тел, моң, милли нағыш байрамы!
Бер төркөм матбуғат хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһына башҡорт теленән диктант яҙырға барҙы. Был сара Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөнә арналды.
Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары фойела милли кейемдә ҡурай, гармун уйнап, "Һаумыһығыҙ!" тип, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, ҡаршы алды. Төрлө милләттәрҙең сағыу кейемдәрен кейгән балалар йырланы ла бейене. Уларға ҡушылып, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан апай Ғарипова бейергә төшөп китте.
Ә диктантты гимназияның "өләсәһе", филология фәндәре докторы Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова яҙҙырҙы. Мин халҡыбыҙ яҙыусыһы Таңсулпан апайҙың янына ултырып диктант яҙҙым, моғайын, хаталарым булмағандыр. Таңсулпан апай Мостай Кәрим кабинетына күп томлығын бүләк итте.
Әхмәр Үтәбаев.
“Ағиҙел”