“Тәүге тамсылар” театры гөрләй!
“Тәүге тамсылар” исемле балалар театры бик күптәнән бирле эшләп килә.Төрлө яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен, хикәйә-повестарын сәхнәләштереп, балалар мәктәп, ауыл сәхнәләрендә сығыш яһай.
Нәжиб Асанбаевтың “Һалдат әсәһе” пьесаһын, райондашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың “Үзбәк” пьесаһы буйынса “Тормош мине сыныҡтырҙы” тип исемләнгән сценарий сәхнәләштерҙек. Был әҫәр менән яҙыусының тыуған ауылы Ураҙҙа сығыш яһап, дипломдар, рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайттыҡ.
Төп ролде 8-се синыф уҡыусыһы Хоҙайғолов Әбделхәмит бик тә матур итеп башҡарҙы. Ике туған Айназ, Байрас, Арыҫлан Хәлиловтар, Данил Таһиров, Илназ Туңғатаров, Илнур Фәттәхов, Әбделғәзиз Хоҙайғоловтар сәхнәлә ысын әртистәр кеүек сығыш яһаны.
“Һалдат әсәһе” спектаклендә мин дә төп ролде – әсәне башҡарҙым. Шуныңы ҡыуаныслы булды: сәхнәләге һәр сығышыбыҙ алҡыштарға күмелде. Әҙелина Вәлитова, ике туған Хәлиловтар, бер туған Хоҙайғоловтар үҙ роленә инеп, оҫта сығыш яһанылар. Улар тамашасыны көлдөрөп тә алдылар, илаттылар ҙа. Был спектаклебеҙ Учалы телевидениеһы аша ла күрһәтелде.
Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт” хикәйәһе буйынса яҙылған “Табип булып китәм” спектаклендә Дилә Әхмәҙиева, Әлиә Заһирова, Арыҫлан Хәлилов, Азалия Хәлилова, Әбделхәмит Хоҙайғоловтың сығышын Учалы ҡала һәм район башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе ултырышында күрһәтелеп, юғары баһаға лайыҡ булды.
Ленинград блокадаһын хәтергә алыу көнөнә арнап, Сергей Алексеевтың “Подвиг Ленинграда” (1941-1944) китабындағы “Буханка” хикәйәһе буйынса сценарийҙы Азалия Хәлилова, Зарина Ильясова, Эвелина Мөхәмәтбаева сәхнәләштерҙе. Сығыштың шундай фәһемле, тетрәндергес булыуы һәр кемдең йөрәгенә барып етте. Һәр тамашасы уны күҙ йәштәре аша ҡабул итте.
Бөгөнгө көндә йәш артистарҙың бер төркөмө Т. Ғиниәтуллиндың “Йонсоу көндәр” повесы буйынса яҙылған “Заман афәте”спектаклен әҙерләй. Ә Шамил Кәримов, Зарина Ильясова, Дарина Зариковаларҙан торған икенсе төркөм Яңауыл ҡалаһында “Реглег”төбәк-ара легендалар конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә.
“Тәүге тамсылар” сәхнәләрҙе дер һелкетә. Туған башҡорт телебеҙҙә сығыш яһаусы тиҫтерҙәребеҙ араһынан, сәхнә йондоҙҙары ла сығыр әле! Театрыбыҙ киләсәктә лә йәшәр, яңынан-яңы әҫәрҙәр менән тамашасыны һөйөндөрөр, тип өмөтләнәм.
Әлиә Заһирова,
Учалы районы Илсе мәктәбе уҡыусыһы.