+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
24 Март , 14:10

Мәмерйәнең Шүлгәнташ атамаһы законлаштырылған

Беҙҙең данлыҡлы Шүлгән мәмерйәһенең атамаһы рәсми сығанаҡтарҙа “Капова пещера” тип йөрөтөлә ине. Ниһайәт, уны “пещера Шульган-Таш” тип законлаштырғандар.

Бөрйән районындағы мәшһүр объекттың туған телдәге атамаһын ҡанунлаштырыу өсөн Башҡортостан белгестәре һәм ғалимдары ҙур тырышлыҡ һалған. Был турала Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин һөйләй.

“Шүлгәнташ. Мәмерйәне быуаттар буйы шулай тип йөрөткәндәр. ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә лә ул шулай тип теркәлде. Хәҙер инде Рәсәй Мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестрында ла рәсми теркәлеү алды.

“Капова” тигән атама ХХ быуат тикшеренеүселәренең яҙмаларында ғына осрай. Башҡортса атаманы рәсмииләштереү өсөн ғалимдарыбыҙ халыҡ риүәйәттәрен һәм эпостарын, архив дәлилдәрен ҡулланған. Мәҫәлән, академик Иван Лепехин 1772 йылда көндәлегенә “Шюлюган Таш” тип яҙып ҡуйған. “Был көндәлектән бер юл ғына түгел. Был – мәмерйәнең һәр ваҡыт атамаһы булыуына дәлил. Һәм ул уға кире ҡайтты”, – ти Данир Ғәйнуллин.

Шулай итеп, Рәсәй реестрында хәҙер «Наскальная живопись пещеры Шульган-Таш» тигән яҙма бар.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас