+15 °С
Облачно
Башҡорт тарихы
8 Июня , 06:42

8 ИЮНЬ – УРАЛ БАТЫР ЭПОСЫ КӨНӨ. Байрам менән, дуҫтар!

Былтыр Башҡортостан Башлығы Указы менән 8 июнь “Урал батыр” эпосы итеп иғлан ителгәйне. Быйыл был көндө тәүләп киң күләмдә  билдәләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың донъя кимәлендәге мәшһүр ҡомартҡыһы  милли асылыбыҙҙы, йәшәү мәғәнәбеҙҙе, тормошобоҙ фәлсәфәһен сағылдыра.

8 ИЮНЬ – УРАЛ БАТЫР ЭПОСЫ КӨНӨ. Байрам менән, дуҫтар!8 ИЮНЬ – УРАЛ БАТЫР ЭПОСЫ КӨНӨ. Байрам менән, дуҫтар!
8 ИЮНЬ – УРАЛ БАТЫР ЭПОСЫ КӨНӨ. Байрам менән, дуҫтар!

Былтыр Башҡортостан Башлығы Указы менән 8 июнь “Урал батыр” эпосы итеп иғлан ителгәйне. Быйыл был көндө тәүләп киң күләмдә  билдәләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың донъя кимәлендәге мәшһүр ҡомартҡыһы  милли асылыбыҙҙы, йәшәү мәғәнәбеҙҙе, тормошобоҙ фәлсәфәһен сағылдыра.

Ауыҙ-тел ижады ынйыһын заманында Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған. Был турала яҙыусы, ғалим Рәшит Шәкүр ошолай тип яҙғайны:

«19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907—1908   йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй. „1910 — 1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем“,  тип яҙа ул. Икенсе сәсән — Хәмит Әлмөхәмәтов тураһында бик аҙ билдәле: бәлки, Буранғоловтың уның тураһындағы иҫтәлектәре беҙгә килеп етмәгәндер».

Өс өлөштән, туғыҙ бүлектән торған эпос туфан ҡалҡҡан, йәғни бөтә донъяны һыу баҫҡан замандарҙан  алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләй. Тәү кешеләр Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең, уларҙың улдары Урал менән Шүлгәндең, уларҙан тыуған тоҡомдарҙың тормошон, яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың көрәшен  тасуирлай. Эпоста яуызлыҡ еңелә, йәғни әҫәр яҡшылыҡтың мәңгелеген   раҫлай. Йәнә ул  – башҡорттарҙың Уралға әллә ҡайҙарҙан килеп төйәкләнгән халыҡ түгеллегенә, ә бар булғандан бирле ошонда йәшәгәненә бер дәлил.

“Урал батыр”  ҡатмарлы сюжетлы, тәрән фәлсәфәүи әҫәр булып тора һәм башҡа халыҡтарҙың донъя кимәлендә танылған ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре менән йәнәш тәрән тикшерелергә тейеш.

Әле үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре,  ҡәҙерле балалар, был бөйөк әҫәрҙе һәр яҡлап тикшереү һеҙҙең дә бурыс булыр. Үҫеп етерһегеҙ, ҡайһы берҙәрегеҙ “Урал батыр” эпосын фәнни тикшереүсе ғалимдар сафына баҫыр.  Был әҫәр ҡатмарлы һәм ҡатлы-ҡатлы. Уның серҙәре ифрат күп, йәғни ғалимдарға эш етерлек.

“Урал батыр” көнө менән, дуҫтар!

Һүрәт: Ҡоролтай / ВК селтәре

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас