

7 июндә Белорет районында Үрге Әүжән менән Исмаҡай ауылдары араһында “Урал батыр” эпосына арналған ҙур байрам булды.
Иң тәүҙә тамашасылар “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе балаларҙың XXVIII төбәк-ара конкурсы еңеүселәре сығыштарын тыңлап кинәнде.
Ғалимдар, яҙыусылар “Урал батыр” эпосының донъя кимәлендәге әһәмиәте тураһында һөйләне.
Тикшеренеүселәр фекеренсә, эпосыбыҙ – тәрән фәлсәфәүи трактат. Был раҫлау менән килешмәү мөмкин түгел. Әҫәрҙең юлдары мәңгелек ҡиммәттәр, кешенең донъялағы урыны, йәшәү һәм үлем, изгелек һәм яуызлыҡ тураһындағы тәрән фекерҙәр менән таң ҡалдыра. “Урал батыр”ға, әйтерһең, йыһан тәрәнлеге йәшерелгән: уҡыған һайын асыш һәм табыш бүләк итә ул.
Байрамда билдәле ҡурайсылар , артистар, музыкаль төркөмдәр сығыш яһаны. Концерттың хедлайнеры - “Ай Йола” төркөмө йырланы.
Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының президиум рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВА Ҡоролтайҙың ВК төркөмөндә байрамдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
“Эпос ҡәҙимге әҙәби ҡомартҡы ғына түгел, ул беҙҙең рухи мираҫыбыҙ, әхләҡ ориентирҙарыбыҙ нигеҙе. Уның юлдарында – изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, ата-бабалар аҡылы һәм намыҫ буйынса йәшәү тураһында күп һорауҙарға яуаптар.
Байрам йолаларыбыҙҙы иҫкә алыу өсөн һылтау ғына булманы, киләсәк тураһында – мәҙәниәтебеҙ үҫеше, башҡорт халҡының рухи үҫеше һәм киләсәк быуындарҙы ошо ҡиммәттәр нигеҙендә тәрбиәләү тураһында һөйләшеү майҙансығына ла әйләнде. Шуға инанам: беҙгә “Урал батыр”ҙың мәғәнәләрен тәрәнерәк асҡан һәм уны йәштәргә яҡыныраҡ иткән эпос белгестәре кәрәк.
Байрамға Дәүләт ҡурайсылар ансамбле һәм бөтә донъяға билдәле “Ай Йола” төркөмөнөң сығышы үҙенсәлекле төҫ өҫтәне. Бөгөн уларҙың ижады эпостың боронғо юлдарына ауаздаш һәм ҙур символик мәғәнәгә эйә булды.
Төркөм лидеры Ринат Рамазановҡа һәм бөтә музыканттарға мәҙәниәтебеҙҙе донъяға танытҡандары һәм уны заманса телдә еткергәндәре өсөн рәхмәт хаты тапшырҙым”, – тип яҙа Эльвира Айытҡолова һәм сараны ойоштороп үткәргән өсөн Белорет район хакимиәтенә, уның башлығы Азат Салауат улы Хәкимовҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерә.
Фото: Эльвира Айытҡолова / Ҡорлтай / ВК.