+18 °С
Ясно
Башҡорт тарихы
16 Июня , 06:54

Салауат батыр халҡы хәтерендә йәшәй

16 июнь – башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө.  

Салауат батыр халҡы хәтерендә йәшәйСалауат батыр халҡы хәтерендә йәшәй
Салауат батыр халҡы хәтерендә йәшәй

16 июнь башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө.  

Салауат батыр 272 йыл элек волость старшинаһы Юлай Аҙналы улы ғаиләһендә донъяға килгән. Тыуған ауылы Тәкәй беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Ауыл әлеге Салауат районы биләмәһендә булған.

Салауат  абруйлы старшина улы булараҡ ҡына түгел, ҡыйыулығы, сәсәнлеге, шағирлығы менән дә билдәлелек ала. Емельян Пугачев ихтилалы башланғас, 1773 йылда аталы-уллы уға ҡушылалар.

19 йәшендә Салауат батыр Пугачев ғәскәренең полковнигы булып китә. Командир булараҡ ул батша ғәскәрҙәре менән үҙ аллы 11 бәрелештә ҡатнаша, тағы 28 яуҙа ихтилалсыларҙың төп ғәскәре составында һуғыша.

1774 йылдың 25 ноябрендә, оҙаҡ ваҡыт эҙәрләй торғас, батша армияһы ғәскәрҙәре Салауатты эләктерә. Уны мәңгелек һөргөнгә ебәрәләр – Балтик диңгеҙендәге Рогервик ҡәлғәһенә ябалар.

Батырыбыҙ 1800 йылда 46 йәшендә мәрхүм була. Уны Эстонияның Палдиски ҡалаһындағы төрмә зыяратында ерләйҙәр.

Батша властары Салауаттың исемен әйтеүҙе лә тыя. Шуға ҡарамаҫтан, уның тураһында иҫтәлек халыҡ хәтерендә һаҡлана. Йылдар, быуаттар ҙа ул иҫтәлекте юҡ итә алмай. Бөгөн инде Салауат батыр бөтә илгә генә түгел, донъяға ла билдәле була бара.

Салауат Юлаев образы сәнғәттә, мәҙәниәттә,  архтектурала, географияла, спортта һәм башҡа өлкәләрҙә мәңгеләштерелә, уның тормошон, яу юлдарын, ижадын ғалимдар тикшерә, бөртөкләп мәғлүмәт йыя. Башҡорт халҡы йәшәгәндә Салауат та йәшәйәсәк!

 

Һүрәт: “Оран”. Рәссамдар И. Ғаянов менән Ф. Исмәғилев картинаһынан фоторепродукция. 2003–2004 йылдарҙа төшөрөлгән.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас