+14 °С
Облачно

8 ИЮНЬ – “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ КӨНӨ. Баймаҡ районында бәләкәй сәсәндәр ярышты

6 июндә Баймаҡ районы  Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең «Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала» тигән республика бәйгеһе үтте.  

8 ИЮНЬ – “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ КӨНӨ. Баймаҡ районында бәләкәй сәсәндәр ярышты8 ИЮНЬ – “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ КӨНӨ. Баймаҡ районында бәләкәй сәсәндәр ярышты
8 ИЮНЬ – “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ КӨНӨ. Баймаҡ районында бәләкәй сәсәндәр ярышты

6 июндә Баймаҡ районы  Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең «Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала» тигән республика бәйгеһе үтте.  

Билдәле булыуынса, 8 июнь Башҡортостан Башлығы Указы менән “Урал батыр” эпосы көнө тип иғлан ителгәйне. Бәйге шул көнгә бағышланды.

Сарала Өфө, Ырымбур ҡалаларынан абруйлы ҡунаҡтар, Учалы, Бөрйән, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан, Сибай ҡалаһынан йәш сәсәндәр ҡатнашты.

Һүҙ оҫталары ярышын Баймаҡ район хакимиәте, район Башҡорттар ҡоролтайы һәм Ниғәмәт ауыл хакимиәте ойоштороп үткәрҙе.

Видеояҙмала – Айым Әлмөхәмәтова сығышы.

Видео: Гүзәл Салихова.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас