-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Bидеояҙмалар
16 Сентябрь 2022, 09:33

КЕМ УЛ ИМАНЛЫ КЕШЕ?

Башҡорт телендә ғәрәп һүҙҙәре күп кенә: ваҡыт, иғтибар, сәғәт, диҡҡәт, тамам һ.б. Әммә уларҙың мәғәнәһе, телдән телгә күсеп йөрөп, йылдар үтеү менән үҙгәрә ала. Шуға миҫалдарҙың береһен күрһәтеп китмәксемен. Һүҙ – иман тураһында.

КЕМ УЛ ИМАНЛЫ КЕШЕ?
КЕМ УЛ ИМАНЛЫ КЕШЕ?

Башҡорт телендә ғәрәп һүҙҙәре күп кенә: ваҡыт, иғтибар, сәғәт, диҡҡәт, тамам һ.б. Әммә уларҙың мәғәнәһе, телдән телгә күсеп йөрөп, йылдар үтеү менән үҙгәрә ала. Шуға миҫалдарҙың береһен күрһәтеп китмәксемен. Һүҙ – иман тураһында.

«Иман» һүҙен телмәребеҙҙә йыш ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, ата-әсәләргә «иманлы булып үҫһен балағыҙ» тип теләк әйтәбеҙ, «иманым камил» тип нимәгәлер ныҡ ышанғаныбыҙҙы белдерәбеҙ, «иманын уҡытыр кәрәк» тиеүебеҙ иһә – «кәрәген биреү» мәғәнәһендә. Әгәр ябай кешегә: «Иманың бармы?» – тип өндәшһәк, ул был һорауҙы «Есть ли у тебя совесть?» тип аңлар, моғайын. Ләкин Ҡөрьән буйынса был төшөнсә бер нисә шартты үҙ эсенә ала. Аллаһ Тәғәләнең кешелеккә ебәргән һуңғы китабы Ҡөрьәндә «әәмәнә» ҡылымынан барлыҡҡа килгән «иман», шулай уҡ «мөьмин» һәм башҡа төрлө-төрлө һүҙҙәр Раббыбыҙға һәм иман рөкөндәренә бөтә күңел менән ышаныу мәғәнәһендә ҡулланыла. «Әл-Баҡара» сүрәһенең 285-се аятында Аллаһ Тәғәлә иманлы булыу өсөн нимә талап ителгәнен һөйләп биргән: ✨«Рәсүл үҙенә Раббыһы тарафынан нәзил ҡылынған нәмәләргә (Ҡөрьәнгә һәм Сөннәткә) иман килтерҙе һәм мөьминдәр ҙә (иман килтерҙе). Уларҙың барыһы ла Аллаһҡа, Уның фәрештәләренә, Китаптарына, рәсүлдәренә иман килтерҙе. “Беҙ Уның рәсүлдәренән берәйһен айырып ҡарамайбыҙ”. Улар: “Ишеттек һәм буйһондоҡ! Эй Раббыбыҙ! Һинең ярлыҡауыңды (һорайбыҙ), һәм Һиңә ‒ ҡайтыуыбыҙ”, — тинеләр»✨.

Иманлы кеше – ул мөьмин (хәҙерге башҡорттар теле менән әйткәндә, «совестливый кеше» генә түгел). Выждан динһеҙҙә лә була – алдашмаған, эшен еренә еткереп үтәгән, ярлыларға ярҙам иткән кафырҙар күп. Юғарылағы нәмәләргә ышанған кешене генә мөьмин тип атай алабыҙ. (Бынан тыш та ышаныу, иман менән ҡабул ителә торған нәмәләр күп, әлбиттә – мәҫәлән, яҙмыш, Ҡиәмәт көнө, йәннәт, йәһәннәм һ.б., ләкин улар үрҙә телгә алынған 285-се аятта түгел, ә Ҡөрьәндең икенсе ерҙәрендә аңлатыла).

Аллаһ Тәғәләнән килгән һәр хәрефте хәҡиҡәт тип ҡабул иткән кеше генә иманлы. Ҡайһы бер кешеләр, үҙҙәрен мосолман тип һанаһа ла: «Мин Аллаһҡа ышанам, ләкин фәрештәләргә лә, Ҡиәмәт көнөнә лә, изге китаптарға ла, ендәрҙең барлығына ла ышанмайым», – тип ҡуя. Бындай кеше мосолман түгел. Русса һәм Европа телдәрендә ундайҙарҙы «теист» тип атайҙар. Атеист бөтөнләй ышанмаһа, теист донъяның Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылғанын ҡабул итә. Теист аҡидаһы (русса – «вероубеждение») кешене йәннәткә керетмәй. Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ менән һуғышҡан ғәрәптәрҙең күбеһе хәҙерге заманда шул «теист» тип аталыр ине. Сөнки уларҙың Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ҡарашы шундай булған – «Беҙ ошо донъяның Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылыуына, һинең – пәйғәмбәрлегеңә, ә Ҡөрьәндең Аллаһ һүҙе булыуына ышанабыҙ, ләкин артыңдан эйәрмәйәсәкбеҙ!». Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндең күп аяттарында бындай кешеләрҙең йәһәннәм утына эләгәсәген хәбәр иткән. Шуға, ҡәрҙәштәр, «миңә мулла исем ҡушҡан, мин Аллаһҡа ышанам, хәйер бирәм, тәһәрәт ала беләм, муйынымда ярым ай билдәһен йөрөтәм, былтыр ҡорбан салып туғандарымды йыйып алдым, тимәк, мин мосолман» тип алданмағыҙ. Бәлки, быларҙы ғына ла түгел, ә тағы унлаған эш башҡараһығыҙҙыр, ләкин һаман мосолман булмағанһығыҙҙыр.
Всеволод Иванов тигән яҙыусы бер хикәйәһендә атаһы Никанорҙың, илдәр гиҙеп, Иерусәлимгә тиклем барып еткәне тураһында һөйләй. «Если там что-то есть, авось мне это зачтется», – тип йөрөгән ул (һөйләмдең цитатаһын тапманым, хәтерҙән генә яҙҙым). Шулай, кемдер «дини йолаларҙы үтәйем әле, әгәр теге донъя булһа, бәлки, сауап яҙылыр» тип йөрөһә, ул кешенең иманы юҡ, бындай аҡида (вероубеждение) менән йәннәткә кермәйҙәр. Иман – ул ышаныу. Ышаныу менән шикләнеү йәки инҡар итеү бергә була алмай.

Ишморат хәҙрәт ХәйбуЛлаһ,
"Ваҡыт!"

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: