+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
БДИ
14 Февраль , 13:21

ТДИ һәм БДИ: беҙҙе ниҙәр көтә?

Рособрнадзор ТДИ һәм БДИ-ға ҡағылышлы һорауҙар буйынса йәмәғәт фекер алышыуы үткәрҙе. Нимәләр һәм нисек хәл ителде?Төп дәүләт имтиханы менән Берҙәм дәүләт имтиханы уҡыусыларҙың белемен тикшереү сараһы булып ҡаласаҡ. Имтихандарҙы ҡайтарыу тәҡдиме үтмәгән. 9-сы синыфта йомғаҡлау иншаһы менән йомғаҡлау әңгәмәлешеүе лә ҡала. Әммә яңыртыуҙар ҙа байтаҡ. Уларҙың ҡулланыуға инеү ваҡыты әлегә асыҡ түгел. 2030 йылдан да һуңға ҡалмаҫы ғына билдәле. Алда торған 2025 йылғы ТДИ менән БДИ-ға ҙур үҙгәрештәр индерелмәҫе көн кеүек асыҡ.

ТДИ һәм БДИ: беҙҙе ниҙәр көтә?
ТДИ һәм БДИ: беҙҙе ниҙәр көтә?

Ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәр

* ТДИ һөҙөмтәләрен 10-сы синыфҡа һәм колледж­дарға барғанда иҫәпкә аласаҡтар.

* БДИ-лағы кеүек үк ТДИ-ла ла һаҡланған селтәр ҡулланасаҡтар.

* Имтихан барған урындарҙа торған һаҡсылар һәм ойоштороусылар уларҙың нимә эшләргә, металл детекторҙы нисек көйләргә тейешлеге тураһында аныҡ ҡулланмалар менән тәьмин ителәсәк. Юғиһә ҡайһы бер ҡалаларҙа ҡыҙҙарҙы эске кейеменә тиклем сисендереп тикшереү осраҡтары булған.

* Өҫтәмә һынауҙар көнөн вуздарға документтар ҡабул итеү ваҡыты менән яраштыралар. Әле уларҙа эҙлелек юҡ.

* Техник боҙоҡлоҡ булған осраҡта уҡыусыларҙың аудиторияла көтөп ултырыу оҙайлығын билдәләйҙәр. Йүнәткәнсе сәғәттәр буйы һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ ултыртыу булмай инде.

* Имтихан эштәренең ниндәй хата өсөн һәм нисә балға кәметелгәне күренеп торасаҡ.

Һынамаҡҡа эшләп ҡарайҙар

* Быға тиклем математиканан ике имтихан – база һәм профиль имтихандары булһа, хәҙер берләштереп, еңел өлөштән һәм ҡатмарлы өлөштән торған бер генә имтихан үтергә кәрәк була. Беренсеһен бөтәһе лә эшләй, икенсеһен – теләк буйынса, өҫтәмә балдар өсөн. Йомғаҡ яһағас, 2026 йылда индерергә-юҡмы икәнен хәл итәсәктәр.

* Ҡабаттан тапшырғас, аттестат алыу мәшәҡәтен еңеләйтергә йыйыналар.

* Йомғаҡлау әңгәмәләшеүенең форматын һәм талаптарын үҙгәртәләр. Уҡыусылар унда әҙәбиәт кенә түгел, тарих йә башҡа фәндәрҙән дә белемдәрен дә ҡулланырға тейеш була. Был тәжрибә 2-3 йыл буйы барасаҡ.

Әлегә хәл ителмәгән, әммә уйлайҙар

* ТДИ һәм БДИ-ны цифрлы портфолиоға алмаштырыу, йә уның менән тулыландырыу тураһында һаман баш ваталар.

* ТДИ-ны компьютер форматына күсереү тәҡдиме кире ҡағылмаған, тик төбәктәрҙең техник әҙерлеге булмауы ғына туҡтатҡан.

* Техник специальностарға өс БДИ: профилле математика, физика һәм информатика суммаһы нигеҙендә ҡабул итеү, ә рус телен зачет/зачет түгел приницибы буйынса ғына ҡарау тәҡдиме өҫтөндә лә әлегә уйланалар.

* Уҡыу йылы башында контроль-үлсәү материалдарының демонстрациялау варианттарын баҫыр­ғамы-юҡмы тигән һорау буйынса ла баш ватҡандар. Берҙәм яуапҡа килә алмағандар. Моғайын, элеккесә ҡалыр, тиҙәр.

Автор:Әлфиә Аҡбутина
Читайте нас: